Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Октябрь , 15:30

Тоҙло кәбеҫтәлә С витамины 10 тапҡыр күберәк

Диетологтар ҡыш алдынан һәм ошондай һалыуҙар башланған осорҙа иммунитетты нисек нығытырға кәрәклеген өйрәтә.

Тоҙло кәбеҫтәлә С витамины 10 тапҡыр күберәк

Диетологтар ҡыш алдынан һәм ошондай һалыуҙар башланған осорҙа иммунитетты нисек нығытырға кәрәклеген өйрәтә.

Иммунитетты һаҡлауҙа витаминдар беренсе ярҙамсы булып тора. Шул уҡ ваҡытта С витамины, цитрус еләк-емештәрҙә түгел, ә тоҙланған кәбеҫтәлә һәм татлы бороста була икән.

Күптәр иң күп С витамины цитрустарта тип уйлай. Ысынында ла улай түгел. Әфлисундарға ҡарағанда татлы бороста һәм тоҙло кәбеҫтәлә ул 10 тапҡырға күберәк, тип белдерә врач-диетолог Сергекй Обложко.

Профессор, шәхси медицина врачы Маргарита Королеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, тоҙло кәбеҫтә шулай уҡ эсәк микрофлораһына ярҙам итә торған тәбиғи пробиотик та булып тора.

Юғары гипертониялы, кәүҙә ауырлығы артыҡ булған кешеләргә бындай кәбеҫтәне артыҡ күп ашарға ярамай.

Фото интернеттан алынды.

Тоҙло кәбеҫтәлә С витамины 10 тапҡыр күберәк
Автор:Лилия Такаева