Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Сентябрь , 09:10

Ашҡа йәки башҡа ризыҡҡа борос өҫтәп һалыу COVID – 19 сиренән ҡотҡарамы һәм дауалаймы?

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Таһир Мәүлитовтың кәңәштәрен тыңлайыҡ.

Таһир Мәүлитов, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы:

- Боростар аш-һыуға үҙенсәлекле тәм һәм еҫ бирә, әлбиттә. Ләкин уның коронавирустан һаҡламай һәм дауаламай. Иң яҡшыһы – йәмәғәт урындарында 1 метр тирәһендәй дистанция һаҡлау, ҡулдарҙы йыш йыуып тороу. Бынан тыш туҡлы итеп туҡланыу, күберәк һыу эсеү, спорт менән шөғөлләнеү, туйғансы йоҡлау мотлаҡ.

Тимәк, үҙ-үҙеңде дауалай ҡәтғи тыйыла. Бары тик врач кәңәштәрен тыңлағыҙ.

Фото интернеттан.

Ашҡа йәки башҡа ризыҡҡа борос өҫтәп һалыу COVID – 19 сиренән ҡотҡарамы һәм дауалаймы?
Автор:Лилия Такаева