Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Сентябрь , 16:30

Һаулыҡ менән шаярмағыҙ!

Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 370 кеше мөрәжәғәт иткән.

Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 370 кеше мөрәжәғәт иткән. Киҫкен ауырыуҙар менән мөрәжәғәт иткән 34 кешенең 10-һы бала. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 6 кешегә ашығыс ярҙам күрһәтелгән. 15 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуларҙың 3-һе бала менән бәйле. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 43 кешегә (27-һе бала) медицина ярҙамы талап ителгән. 35 кеше коронавирусҡа шик белдереп, ярҙам һораған. Юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелә.

Һаулыҡ менән шаярмағыҙ!
Автор:Лилия Такаева