Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Сентябрь , 15:35

Уҡытыусы мәктәптә балалар алдында вафат булған

-

13 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрада мәктәбендә физкультура һәм хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре дәресендә 46 йәшлек уҡытыусы мәрхүм була. Ул өҫтәл артында ҡағыҙҙар яҙып ултырғанда иҫһеҙ ҡолай һәм йән бирә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, судмедэкспертиза үлем осрағында криминаль эҙ табылмаған. Уҡытыусы йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булған.

Уҡытыусы мәктәптә балалар алдында вафат булған
Автор:Лилия Такаева