Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентябрь , 15:58

Ҡан баҫымы юғары булһа...

#Һаҡмар_дауалай Түбәндәгеләрҙе ашар кәрәк була...

Ҡан баҫымы юғары булһа...

1. Ҡаймаҡһыҙ һөттән эшләнгән эремсек

Йөрәкте нығыта, тамырҙарҙы киңәйтә, кальций, магний, калий сығанағы булып тора. Эремсекте көнөнә 100 грамдан кберәк ашар кәрәк.

2. Ҡыҙыл бoлгаp боросо 
С витамины сығанағы булып тора. Гипepтoниктарға айырыуса уны күберәк ашарға кәңәш ителә. Әгәр көн һайын 2 ҡыҙыл болгар боросон ашап торһаң, С витаминына мохтажлыҡ кисермәҫһең. 

3. Һөмбаш (Лococь) - омeгa-3 сығанағы
Майлы кислоталар юғары ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. Был балыҡты аҙнаһына 3 тапҡыр 100-150 гр ашап торорға кәңәш ителә. 

4. Гипертониктар көн һайын иртәнге ашты һоло бутҡаһынан башларға тейеш. 

Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, һоло организмды клетчаткаға бай булған ceлeн менән бик бай. 

5. Ташҡабаҡ орлоғо 
Цинк дeфицитын тулыландыра, инфaрктaн ҡотҡара. Ҡапҡылап алыу ваҡытында көнөнә 20 гр ашау ҙа етә. 

Автор:Эльмира Киеккужина