Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Сентябрь , 16:40

Балалар йыш ауырый

-

Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 343 кеше мөрәжәғәт иткән, 109-ы бала. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 6 кешегә ашығыс ярҙам күрһәтелгән. 12 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуларҙың 3-һе бала менән бәйле. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 32 кешегә (9-ы бала) медицина ярҙамы талап ителгән. 18 кеше коронавирусҡа шик белдереп, медицина ярҙамы  һораған. Ике юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың береһе дауаханаға килтерелгән.

Фото интернеттан алынды.

Балалар йыш ауырый
Автор:Лилия Такаева