Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Сентябрь , 17:30

102 йәшлек Татьяна әбей ковидты еңгән

-

Мәкерле вирусты еңеүселәр араһында 102 йәшлек Татьяна Константиновна Колесникова ла бар. Уны Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге үҙгәртеп ҡоролған ковид - госпиталгә  “ашығыс ярҙам” килтерә. Хәле ауыр, температураһы 38,4 градус  була...

Йөҙйәшәргә  тын алыу ауырлаша, хәлһеҙлек күҙәтелә. Үпкәһенең 32 проценты зарарланып өлгөргән. Дәһшәтле һуғышты үткәргән, икенсе төркөм инвалиды коронавирусҡа ла бирешмәй, табиптар ярҙамында еңеп сыға.

Дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, “Татьяна Константиновна – быуат кешеһе, рухы көслө.”  Ҡатынға бөтә диагностика сараларын тиҙ генә үткәрәләр, дарыуҙар һәм кислород терапияһы билдәләйҙәр. Аҙна буйы дауалайҙар, бер тапҡыр ҙа реанимацияға һалмайҙар. Яңыраҡ йөҙйәшәр өйөнә ҡайтты.  Уның хәле һәйбәт, үҙен дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтле.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова.

102 йәшлек Татьяна әбей ковидты еңгән
Автор: