Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Сентябрь , 17:55

Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 9 кешегә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән

-

Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 364 кеше мөрәжәғәт иткән. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 9 кешегә ашығыс ярҙам күрһәтелгән. 11 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 30 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. 21 кеше коронавирусҡа шик белдереп, ярҙам һораған. Юл-транспорт ваҡиғаһында 7 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың береһе – бала.

Фото интернеттан.

Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 9 кешегә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән
Автор:Лилия Такаева