Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт гимнастары бронза яуланы

Башҡорт гимнастары Рәсәй йәштәренең V йәйге Спартакиадаһында бронза яуланы. #нацпроекты

Башҡорт гимнастары бронза яуланы
4-11 июлдә «Чемпион» Краснодар спорт комплексында спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй йәштәренең V йәйге Спартакиадаһы үтте. Унда Рәсәйҙең 42 төбәгенән 180 көслө гимнаст көс һынашты. 

Башҡортостандың йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһаны һәм 3-сө урынды яуланы. Республика намыҫын Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпиада резервында торған Спорт мәктәбе спортсмендары Сабина Ҡайғолова,  Полина Суховерская,  Лариса Семниева һәм Өфөнөң 16-сы һанлы Спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе Арина Хәбирова яҡланы.

Беҙҙең гимнастар алтын яулаған Краснодар ҡалаһы спортсыларынан һәм көмөш пртзер булған
Мәскәү командаһынан ғына ҡалышты.

Рәсәй йәштәренең V йыллыҡ Спартакиадаһы «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә үтә. Йәй дауамында, йәғни 15 майҙан 29 авгусҡа тиклем илдең 13 төбәгендә Спартакиаданың III финал этабы сиктәрендә 41 спорт төрө буйынса ярыштар үтә. Унан алда төбәк һәм төбәк-ара ике - I һәм II этап ярыштар үтте. Финал этапта 14 меңдән ашыу спортсылар һәм тренерҙар ҡатнашты.
 
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/123362 
Автор:Эльмира Киеккужина