Республикала төпкөл ауылдарҙа йәшәгән 35 меңдән ашыу кеше "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә медицина тикшеренеүе үтте. Был турала БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
2021 йылда өсөнсө тапҡыр үткән акция 19 апрелдә старт алды һәм ул 8 октябргә тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – диагностиканың һәм медицина ярҙамын еңелләштереү, хроник ауырыуҙарҙы үҙ ваҡытында асыҡлау. Ошо маҡсатта сәләмәтлек поездары 6 маршрут буйынса эшләүен дауам итә. 25 машинала 158 медицина хеҙмәткәре, шул иҫәптән "Әсә һәм бала" Өфө клиник госпитале һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәре лә эшләй.
19 апрелдә акция сиктәрендә 205 кешелә яман шеш ауырыуҙарын, 167-һендә – шәкәр диабетын, 26-һында – туберкулёз һәм 789-ында – артериаль гипертонияһын асыҡланылар. Был пациенттарға өҫтәмә тикшереү маҡсатында стационар медицина учреждениеларына йүнәлтмә бирелде.