Көндәр йылыныу менән кешеләр, айырыуса, балалар урамға сыға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә ашҡына. Был бәхетле мәлдәрҙә һәр кемде тиерлек күңелһеҙ ваҡиғалар көтөп тора. Ул – талпан!
Талпан ҡорбан итеп тәү сиратта кемде һайлай? Унан ҡотолоу юлдары ниндәй? Прививка эшләтмәгән осраҡта ни эшләргә?
Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Бәләкәй генә талпандың тәнгә ҡаҙалыуы ҡурҡыныс ауырыуҙарға дусар итеүе лә ихтимал. Эпидемиологтар талпан энцефалиты һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш итә. Рәсәйҙә етештерелгән вакцина яҡынса 350-400 һум тора, сит илдән индерелгәне 1 мең һумға һатыла. Былтыр республикала талпан ҡаҙалып, 11 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. 50 кешегә талпан энцефалиты һәм боррелиоз диагнозы ҡуйылған.
Был ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн шәхси профилактика сараларын теүәл үтәү ҙә етә. Талпандар йүкә, уҫаҡ ағастары үҫкән, ҡуйы үлән ҡаплаған урмандарҙы ярата. Һуҡмаҡ, юл буйҙарында тупланалар. Әүҙемлектәре тәүлек дауамында үҙгәреп тора: ҡояшлы аяҙ көндәрҙә күтәрелә, үтә ныҡ эҫелә кәмей. Талпан кейемгә йәбешкәндән һуң тәндең ҡапланмаған урынын эҙләп өҫкә үрмәләй. Шуға ла урманға барғанда талпан күренһен өсөн аҡһылыраҡ кейем кейергә, асыҡ урындарҙы ҡаплап ҡуйырға тырышығыҙ. Аяҡҡа резина итек кейеп, күлдәк еңдәрен тарттырып ҡуйырға кәрәк. Башҡа яулыҡ ябынығыҙ. Урмандан ҡайтҡас, кейемегеҙҙе, тәнегеҙҙе яҡшылап ҡарап сығығыҙ. Айырыуса ҡултыҡ аҫтын, сәс араһын, ҡолаҡ артын, муйын, елкәгә иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Әгәр талпан тәнгә ҡаҙалып өлгөргән булһа, уны мороно өҙөлөп ҡалмаһын өсөн ипләп кенә тартып сығарырға кәрәк. Ул урынға 10-15 минутҡа берәй төрлө май һөртөп торһаң, талпан еңелерәк сыға. Бының өсөн пинцет ҡулланалар һәм ипләп кенә һурып алалар. Мороно өҙөлөп ҡалһа, утта ҡыҙҙырылған, йә иһә спиртта тотолған энә менән аҡтарып алалар. Унан ул урынға йода, спирт, еҫле май һөртәләр. Һурып сығарылған талпанды яндыралар, йәки дезинфекциялаусы шыйыҡсаға һалалар. Ҡулды һабынлап йыумайынса күҙ, ауыҙ тирәһенә ҡағылырға ярамай.
Талпан тешләгән кешеләр барыһы ла медицина учреждениеһына килеп табипҡа күренергә тейеш. Шулай ҙа талпандан тешләнеп тә, табипҡа күренеү мөмкинлеге булмағанда ни эшләргә? Барлыҡ ҡағиҙәләр буйынса талпанды һурып сығарғандан һуң дымлы мамыҡ һалынған һауытҡа төшөрөп, ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ. Унан 4 тәүлектән дә һуңлатмай, тикшертеү өсөн лабораторияға алып барығыҙ.
Һаҡланыу саралары ҡанһурғысты ағыулауға йүнәлтелә. Мәҫәлән, талпанды ҡурҡыта торған репелент. Һауа шарттарына һәм химик составтарына ҡарап, уларҙың тәьҫир итеү көсө 2-3 сәғәттән 10-15 сәғәткә тиклем дауам итә.
Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе эшкәреп ҡуйырға ла мөмкин. Шуларҙың бер-нисәһенә туҡталайыҡ:
- Сипаз-супер. Был препараттың еҫе юҡ, талпандан тыш серәкәй, тараҡан, төрлө бөжәктәрҙән һаҡлай. Көсө 1,5 айға етә. Тик шуныһы – хаҡы тешләшә.
- Цифокс. Сипаз-супер кеүек үк, хаҡы ла осһоҙораҡ. Көсө 3 айға етә. Тик еҫе генә көслө.
- Титан. Шәп препарат. 1 га ергә ни бары 100 мл ғына китә. Шулай уҡ үҫемлектәрҙе бәшмәк һәм башҡа ауырыуҙарҙан һаҡлай.
- Форс-сайт. Кеше өсөн хәүефһеҙ препарат. Еҫе көслө. Көсө оҙаҡҡа етмәй.
- Акаритокс. Сағыштырмаса хәүефһеҙ. 1,5 айға етә.
Бындай химик препараттарға ҡаршы булһағыҙ, урамығыҙҙа бөтнөк, ҡәнәфер, кейәү үләне, алһыу ярангөл, розмарин, гөлбаҙран (пижма), ала миләүшә, һарымһаҡ кеүек көслө еҫле үләндәр ултыртығыҙ. Улар еҫен талпан өнәп етмәй.
Эльмира Кейекҡужина әҙерләне.
(Интернеттан алынған мәғлүмәттәр ҡулланылды).