Бәләкәй балаларҙа һуҡыр эсәктең үҫентеһе елһенеүе сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аппендикстың деструктив үҙгәреүенә килтерә. Мәғлүмәт өсөн, аппендикс – һуҡыр эсәктең селәү һымаҡ үҫентеһе, ә уның елһенеүе аппендицит тип атала. Аппендицит булғанда, эстә елһенеү процесы башлана, медицина теле менән әйткәндә, аппендикуляр перитонит башлана.
Аппендицит осраҡтары күп осраҡта (80 проценттан юғары) мәктәп йәшендәге балаларға тура килә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың – 13, сабыйҙарҙың 5 процентында осрай. Һуҡыр эсәк үҫентеһе буйына копролиттар, ят әйберҙәр тығылыуы йәки паразиттар, лимфа фолликулаларының гиперплазияһы, тыумыштан килгән аномалиялар һ.б. ауырыуҙың төп сәбәптәре булып тора. Ошо сәбәптәр арҡаһында үҫенте буйына баҫым көсәйә һәм аппендикс шешә башлай. Был иһә үҙ сиратында бактерияларҙың үрсеүенә, ҡандың тотҡарланыуына килтерә. 12 сәғәттән һуң эстә көслө ауыртыу һәм елһенеү башлана. Артабан аппендикста ҡан әйләнеше боҙола, был орган серей (некроз) башлай. Хатта аппендикс стеналарының йыртылыуы, эс ҡыуышлығына эрен һәм башҡа бысраҡ матдәләрҙең таралыуы ихтимал. Аппендицит ауы-рыуының аҙыу ваҡыты 24-36 сәғәт тәшкил итә.
Аппендициттың тәүге билдәләре ниндәй һуң? Күп осраҡта тәүҙә ашҡаҙан (эпигастраль) йәки кендек тирәһендә, ашҡаҙандан аҫтараҡ уң яҡтан эс ауыртыуы мөмкин. Шулай уҡ билдә, уң яҡ ҡабырғалар аҫтында ауыртыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҙурыраҡ балалар ауыртҡан ерен асыҡ күрһәтә алһа, сабый балалар тынғыһыҙлана, илай башлай, йоҡо режимы боҙола, аяҡтарын эсенә тарта һ.б. Балалар ашауҙан баш тарта, ҡоҫа башлай, 38-40 градусҡа тиклем тән температуралары күтәрелә.
Киҫкен аппендицит эсәк үҫентеһенең шартлауы, перитонит, сепсис кеүек ауырыуҙар менән ҡатмарлашыуы мөмкин. Балаларҙа хроник аппендицит һирәк күҙәтелә. Был осраҡта ла тән температураһы күтәрелә, күңеле болғана, эстә уң яҡтан ауыртыныу күҙәтелә. Әгәр аппендицитҡа шик бар икән, баланы тиҙ арала дауаханаға алып килергә һәм белгестәргә күрһәтергә кәрәк. Эсте йылытыу, клизма ҡуйыу, ауыртыныуға ҡаршы һәм эсте йомшартҡыс дарыуҙар эсереү ҡәтғи тыйыла. Баланың нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, киҫкен йәки хроник аппендицит тиҙ арала операция эшләүгә күрһәткес булып тора.
Был ауырыуҙы профилактикалау өсөн дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә, хроник ауырыуҙарҙы дауалауҙы контролгә алырға кәрәк. Шуны ла хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: аппендицит ҡапыл ғына барлыҡҡа килә, шуға күрә эс ауыртыуы, тән температураһы күтәрелеүе күҙәтелһә, кисекмәҫтән педиатрға йәки хирургҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Балаларҙың һаулығы һеҙҙең ҡулда икәнлеген онотмаһағыҙ ине.
А. Ғүмәров, табип-хирург.