Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
18 Август 2021, 11:15

Баймаҡтағы “Башҡорт ихаталары” - халыҡ өсөн

“Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында Баймаҡ ҡалаһының йөҙө бөтөнләй икенсе төҫ алыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Тап уның арҡаһында ҡалабыҙ икенсе һулыш алды, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Советтар Союзы заманында төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, ҡотһоҙланып ҡалған ихата алдарын төҙөкләндереүҙә уның роле ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙағы тәртипһеҙ рәүештә, йәйелеп үҫкән ағастар ҙа биҙәмәй ине.

“Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында Баймаҡ ҡалаһының йөҙө бөтөнләй икенсе төҫ алыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Тап уның арҡаһында ҡалабыҙ икенсе һулыш алды, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Советтар Союзы заманында төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, ҡотһоҙланып ҡалған ихата алдарын төҙөкләндереүҙә уның роле ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙағы тәртипһеҙ рәүештә, йәйелеп үҫкән ағастар ҙа биҙәмәй ине.

Былтыр ике – Юбилей урамының 3-сө һәм Әлибаев урамының 53-сө “а”, 57-се күп ҡатлы йорт алдары төҙөкләндерелде. Уның өсөн 14 млн һум аҡса тотонолдо. Быйыл иһә 36 млн һумдан ашыу финанс бүленгән. Уның ярҙамында Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се һәм 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө күп ҡатлы йорттарҙың ихата алдары төҙөкләндерелә. Әйтергә кәрәк, Әлибаев һәм Тыныслыҡ урамындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса эшләнелә. Уҙған йылда Баймаҡта эш сәфәре менән булған сағында ул урында булып, тап ошо адрестар буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереү кәрәклеген белдергәйне.

Тендерҙы Өфө ҡалаһының “РефСтройПроект” ЯСЙ-һы яулаған. Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу бурысы субподрядсы ойошма булараҡ “ТеплоМастер” ЯСЙ-һына йөкмәтелгән.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ – быға ҡәҙәр ихаталар визуаль схемалар буйынса төҙөкләндерелгән. Быйыл иһә проекттар төҙөү өсөн “Легион” ЯСЙ-һы йәлеп ителгән. Шул йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарылған. Проект төҙөгәндә уларҙың теләктәре иҫәпкә алынған.

Бөгөн Әлибаев урамында эштәр тамамланған. Тыныслыҡ урамында ла саралар аҙағына яҡынлаша. Юбилей урамында ҡаралған эштәрҙең яртыһы атҡарылған да инде. Әлибаев урамындағы майҙансыҡта мини-футбол, баскетбол майҙансыҡтары, шулай уҡ варкаут менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар урынлаштырылған. Балаларға ғына түгел, ә үҫмерҙәр, йәштәр һәм ололар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Ял итеү урындары барлыҡҡа килгән. Бөгөн был майҙансыҡта шат балалар тауышы яңғырай. Ихата алдарындағы асфальт япмаһы тулыһынса яңыртылған, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалынған. Машиналарҙы ҡуйыу туҡталҡаһы барлыҡҡа килгән. Урамдарҙы яҡтыртыу бағаналары, электр ҡоролмалары урынлаштырылған. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә хәрәкәт итеү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Әйтергә кәрәк, халыҡ үҙҙәренең тәҡдиме менән төҙөлгән проекттағы сараларҙың теүәл үтәлеүен контролдә тота. Эш барышын да күҙәтеп баралар. Ҡабул итеп алыуҙа йорт рәйестәре ҡатнаша. Ысынлап та майҙансыҡтар сифатлы материалдан төҙөлә.

“Башҡорт ихатаһы” алдағы йылдарҙа ла эшләйәсәк. Киләһе йылда дүрт ихата алдын төҙөкләндереү ҡарала. Әлибаев урамының 55-се, Салауат Юлаев проспектының 1-се һәм 1-се “а”, Еңеү урамының 1-се, 3-сө һәм 3-сө “а”, 7-се күп ҡатлы йорт алдарында үҙгәрештәр көтөлә. Шундай уҡ ҙур төҙөкләндереү эштәре Есенин урамының 1-се, 3-сө, 5-се, 7-се, Чекмарев урамының 24-се, 36-сы, 38-се, Тыныслыҡ урамының 25-се йорттар биләмәһендә лә көтөлә. Был йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар үткән. Уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән проекттар әҙер. Ҡыш тамамланыу менән төҙөлөш эштәренә старт биреләсәк.

Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡаланың шәхси йорттар урынлашҡан микрорайондарҙа ла барлыҡҡа килә. Күптән түгел ҡала хакимиәтенең көсө менән Крәҫтиән урамында балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Уратып кәртәләү эшенә ошо төбәктә йәшәүселәр ҙә ихлас ҡушылған. Ошо көндәрҙә ГРП микрорайонында ла балалар майҙансығы төҙөләсәк. Уның өсөн 147 мең һумға уйын һәм спорт ҡоролмалары алынған. Киләсәктә башҡа микрорайондарҙа ла балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана.

- Юбилей урамының 3-сө йортонда йәшәүселәрҙең үҙ йортона, биләмәһенә хужаларса ҡарап, йәшәүҙәре һоҡландыра, - тине Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев. - Ниндәй генә һорау килеп тыумаһын, улар кемдер ситтән килер – эшләр, тип көтөп ултырмай. Дәррәү күтәрелеп сығып, атҡарып та ҡуялар. Йорт алдарына клумба эшләп сәскә үҫтерәләр, ағас үҫентеләре ултырталар. Йәшәгән йорттарының матур һәм уңайлы булыуы тәү сиратта үҙҙәре өсөн икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Ләкин күңелде төшөргән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Мәғлүм булыуынса, Әлибаев урамының 53-сө, 57-се йорттарҙа, ихата алдарында ҙур күләмле эштәр башҡарылды. Ниндәй генә мәсьәлә килеп тыумаһын уларҙа йәшәүселәр беренсе сиратта йә ҡала хакимиәтенә, йә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ялыу ебәрә башлай. Бөгөн ҙур сығымдар һалып башҡарылған эштәрҙе һаҡлау бурысы тәү сиратта үҙҙәренә ҡайтып ҡалыуын аңларға ваҡыт.

“Башҡорт ихаталары” – халыҡ өсөн. Тормошобоҙҙо йәмләндереү, уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән барлыҡҡан килгән программа ярҙамында төҙөлгән объекттарға, ысынлап та, хужаларса ҡараш талап ителә. Уларҙы һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу – беҙҙең бурыс.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотолары.

 

Баймаҡтағы “Башҡорт ихаталары” - халыҡ өсөн
Баймаҡтағы “Башҡорт ихаталары” - халыҡ өсөн
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в