+4 °С
Болотло
Документҡа Росреестр етәксеһе Олег Скуфин һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Был килешеү буйынса ер бүлемдәре тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашырға тейеш булалар. Был төбәк иҡтисадын граждандар һәм эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрендә үҫтереү маҡсатында эшләнә. Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Асыҡ кадастр картаһында урынлаштырылған "Төҙөлөш өсөн ер" (Земля для стройки") яңы сервисында ошондай ер участкалары тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа киләсәк.
"Был яңылыҡ потенциаль инвесторҙар, эшҡыуарҙар һәм граждандар Публика кадастр картаһында онлайн режимында ер төҙөлөшө өсөн яраҡлы булған ерҙәрҙе һайлай һәм баһалай алһын өсөн кәрәк. Сервис башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм аныҡ объект буйынса мөрәжәғәт формаһын тултырып, уны вәкәләтле органға ебәрә аласаҡ ҡыҙыҡһынған кешеләр араһындағы бәйләнеште тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Республикала Асыҡ кадастр картаһында төҙөлөш өсөн ер участкалары тураһында мәғлүмәт индереү операторы итеп БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы билдәләнгән ", - тип аңлатты Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.