Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
23 Май 2021, 13:57

Миллионға торорлоҡ үҫеш

"Иң яҡшы муниципаль тәжрибә" бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы республикала үтә

Конкурстың төп маҡсаты - идара итеүҙең уңышлы тәжрибәһен асыҡлап, башҡалар менән уртаҡлашыу. Конкурста ҡала округтары, биләмәләре, шулай уҡауыл биләмәләре лә ҡатнаша ала.
Муниципалитеттар ҡала төҙөлөшөндәге, иҡтисади сәйәсәтте, халыҡ менән аралашыу, милләт араһындағы татыулыҡты һаҡлап ҡалыу, ҡала хужлығын модернизациялау, һанлы технологияларҙы һәм уларҙы хәл итеү платформаларын индереү һ.б. күрәһәтә ала. Төбәк этабындағы иң яҡшы тәжрибәләр аҙаҡ федераль кимәлдәге конкурста үҙ көсөн һынаясаҡ.
Быйыл конкурс талаптары бер аҙ үҙгәртелде. Беренсенән, лауреаттар һаны арттырылды. Хәҙер һәр номинацияла улар өсәр генә түгел, ә элеккесә бишәре билдәләнә. Дөйөм алғанда 50 еңеүсе буласаҡ. Бынан тыш быйыл конкурста тәүге тапҡыр муниципаль округтар ҡатнаша ала.
Премияның дөйөм фонды 1 млрд һум. Ҡала һәм муниципаль округтар, ҡала биләмәләре 10 миллиондан 50 миллион һумға тиклем, ауыл биләмәләре – 3 миллиондан 20 миллион һумға тиклем бүләкләнә ала. Еңеүселәргә шулай уҡ Рәсәй хөкүмәте дипломдарын да тапшырасаҡтар.
Конкурс һөҙөмәтәләр буйынса иңяҡшы мунициаль тәжрибәләр тураһында йыйынтыҡ сығарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: "Иң яҡшы муниципаль тәжрибә" конкурсы 2017 йылдан үткәрелеп килә.
Фотола: Стәрлетамаҡта бүленгә аҡсаға юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау кәрәк-яраҡтары һатып алынған.
Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғлүмәт хеҙмәтенән алынды.
Читайте нас в