Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
5 Апрель 2021, 21:15

Республиканың туғыҙ ҡалаһы уңайлы мөхит булдырылған ҡалалар исемлегенә инде

Улар араһында Баймаҡ...#национальныепроекты#нацпроекты

Ағиҙел, Бәләбәй, Дүртөйлө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Яңауыл Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар исемлегенә инде. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, исемлектәге ете ҡалаға Салауат (155 меңдән ашыу кеше) һәм Яңауыл (25 мең кеше) өҫтәлде.
Ишембай, Межгорье, Күмертау, Мәләүез, Баймаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Учалы, Дәүләкән, Белорет, Благовещен, Бөрө – бөтә ҡалалар, һуңғыһынан тыш, үҙ позицияларын яҡшыртты, ләкин уңайлы ҡалалар исемлегенә инеү өсөн етерлек балл туплай алманы.
«Күмертауға, Ишембайға, Мәләүезгә йәшел зонаға күсеү өсөн бер генә балл етмәне», — тип хәбәр итте ведомство башлығы.
Ирина Голованова һөйләүенсә, республика уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар буйынса планды үтәне – 2020 йылда 38% урынына 43%. Башҡортостан уңайлы ҡалалар өлөшө буйынса Рәсәйҙә – ун етенсе, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урынды алды.
«Һәйбәт күрһәткес тип иҫәпләйем. Тағы ике ҡала уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар исемлегенә инде. Ғөмүмән, проектты арттырып үтәнек. Тағы ла шәберәк эшләргә тейешбеҙ тип иҫәпләйем, бының өсөн нигеҙ бар. Артабан барабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылда индекс илдең 1116 ҡалаһы өсөн иҫәпләнгән. Һәр өсөнсө ҡалала уңайлы ҡала мөхите теркәлгән (33,6%). Федераль проекттың маҡсатына ярашлы, 2024 йылға Рәсәйҙә ҡалаларҙың 60% уңайлы мөхит булдырылырға тейеш.
Читайте нас в