Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
2 Июль , 10:32

МҮСКӘ

Быйыл беренсегә төшкән Мәлис йүгереп ҡайтып инде лә, әле булһа айнығып етмәгән ата-әсәһенә асыуланған төҫ ташлаған һымаҡ ҡарағайны Тәскирәгә етә ҡалды. "Һа, Мүскә ҡайтты еҫкәнеп, ниңә улай иртә, ҡасып ҡайттыңмы әллә дәрестән, бар, тай кире мәктәпкә"-тип ултырған еренән тәнтерәкләп килеп, малайҙың ике ҡолағынан да бора башланы, "Әсәй! Ауырта бит. Әсәй! Теймә миңә дәрес бөттө бит һуң, көн һайын ошо ваҡытта ҡайтам бит"-тип аҡырып иларға тотондо. Уҫал ҡатын көслө ҡулдарынан баланың ҡолағын ысҡындырғас, аҫҡан сумкаһын йолҡа тартып алды ла, малайҙы тышҡа елтерәтте...

МҮСКӘ

хикәйә

Тәскирә кисәге байрам кәйефенән әле булһа айнығып етмәгәнгәме, ҡараңғы түшәм аҫтынан, ҡарлыҡҡан тауыш менән үҙенә ярҙамға саҡырҙы. Тик бер ниндәй ҙә хәрәкәт ишетелмәне. Ятҡан урыны дөм ҡараңғы, Хоҙайым әллә тере килеш, ҡара ер аҫтына күмгәндәрме. Тегеләй, былай әйләнәм тиһә башы, йә аяғы ниндәйҙер таҡтаға төкәй. Әллә ҡасан гүр эйәһе булған әсәһен иҫенә төшөрөп, ҡурҡышынан йәнә ҡысҡырҙы. "Әсәй, әсәй-тимен". Ята биргәс ҡурҡышынан сабыйҙарса ҡысҡырып илай башланы. "Ныҡ һалдырып йоҡлап китһә, тәки ләхеткә һалып күмгәндәр", ауыҙ эсенән әҙерәк белгән бисмиллаһын әйтеп, алланан ярҙам һорап ялбара башланы.

Шул ваҡыт ҡатын ятҡан урындың өҫтөнә нимәлер гөрҫ итеп ауып төшкән кеүек булды. "Сыҡ, атаң башына унда кереп ятаһыңмы", иҫерек иренең һүгенгән тауышы сыҡты ла, бер, ике таҡтаны алғайны ятҡан еренә әҙерәк яҡтылыҡ төшкәндәй булды. Ире ҡатынының аяғынан тотоп һөйрәкләй башланы. "Йә, һике аҫтында нисек төн үткәрҙең, хайуан! Сығырға урын таба алмай йөҙәп ятаһыңмы?-тип ныҡ ҡына итеп тондороп та өлгөрҙө. Сәсе башы туҙған, ҡатын әле булһа төшөнөп етмәгән кеүек, "Кем мине ул һике аҫтына алып барып тыҡты икән?"-тип аптыраулы ҡарашын иренә, унан ысынлап та өнөммө был төшөммө тигән кеүек өй эсенә күҙ йүгертте. Яйлап үткән төн ҡунаҡтар менән ныҡ күңел асҡандарын иҫенә төшөрөп ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. "Эй, иҫәр ҡайһылай йәтеш урын тапҡанмын бит әле, һинең йүләр һүҙләреңдән дә ҡасып ятҡанмын инде", ире эсеп ултырған шешәнән үҙенә лә ҡойоп өлөш сығарғас, тағы ла күңелләнеп китте. Өй эсе ни тиһәң шул, кисәгенән ҡалған өҫтәл, балалар кейемдәрен теләһә ҡалай ырғытҡандар ҙа мәктәпкә йүгергәндәр. Күрәһең, йоҡлап ҡалғандар.

Көн яйлап төшкөлөккә ауҙы. Быйыл беренсегә төшкән Мәлис йүгереп ҡайтып инде лә, әле булһа айнығып етмәгән ата-әсәһенә асыуланған төҫ ташлаған һымаҡ ҡарағайны Тәскирәгә етә ҡалды. "Һа, Мүскә ҡайтты еҫкәнеп, ниңә улай иртә, ҡасып ҡайттыңмы әллә дәрестән, бар тай кире мәктәпкә"-тип ултырған еренән тәнтерәкләп килеп, малайҙың ике ҡолағынан да бора башланы, "Әсәй! Ауырта бит. Әсәй! Теймә миңә дәрес бөттө бит һуң, көн һайын ошо ваҡытта ҡайтам бит"-тип аҡырып иларға тотондо. Уҫал ҡатын көслө ҡулдарынан баланың ҡолағын ысҡындырғас, аҫҡан сумкаһын йолҡа тартып алды ла, малайҙы тышҡа елтерәтте. Мәлис илауынан саҡ туҡтап, кире мәктәпкә йүгерҙе. Ундағы иҙән йыуыусы апай малайҙы күреп, "Улым, дәресегеҙ бөттө бит, ниңә тағы килдең берәй нәмәңде оноттоңмы әллә"-тип арҡаһынан яратты. Уныһы: "Юҡ, инәй өйҙә яңғыҙыма күңелһеҙ шуға Тамара апйымды көтәм"-тип алдашты.

Апаһы өйҙә булһа уға бик туҡмаҡ эләкмәй, шулай ҙа инде 10-сы класта уҡыған ҡыҙ артынан эйәреп йөрөү тағы килешеп етмәй, уның турала башҡа малайҙар нимәләр уйлауҙары мөмкин. Әсәләре эсмәһә, уларҙан да яҡшы кешеләр юҡ та.Ҡайһы ваҡыт кире балалар йортона ҡасҡыһы килә уның. Иҫ белә башлағандан уҡ ул шул йортта ине. Биш йәшендә генә икенсе атаһы Латип менән әсәһе Тәскирә килеп уллыҡҡа алдылар. Тамара ҡыҙҙарынан башҡа улар бәпәй һөйә алмағандар. Был ейәнсәрен дә, өләсәһе үҫтерешкән. Малайҙы алып ҡайтҡас, эй, ҡыуанған булғайны "ейәнсәремә ҡусты булды"-тип. Бер йыл үтеп, ҡаты сиргә һабышҡас, уның күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо. Шунан алып уларҙың тормоштары кирегә китә башланы. Ғаилә башлығының уң аяғы ныҡ һылтаңҡырай, һөйләүҙәренсә автоаварияға эләккән. Шуға пенсия алып йәшәйҙәр. Йорттары ике бүлмәле, эре, ваҡ мал аҫрайҙар үҙҙәренсә. Балалар йортондағы исеме "Малис", унан "Мәлис"тән нишләптер "Мүскә"гә әйләнде. Эйе малайҙа урыҫ ҡаны. Булһа һуң! Бында ҡандың ни ҡыҫылышы.Үҙҙәре оҡшатып тик уны ғына уллыҡҡа һайлағандар"- кескәй малайҙың башынан әллә ниндәй уйҙар йүгерҙе. Дәрес бөтөүҙе аңлатып ҡыңғырау сыңланы. Әхирәте менән көлөшөп төшөп килгән ҡыҙ Мәлисте күреп, шундуҡ өйҙәге хәлде аңланы. Тиҙ генә өҫтөнә пальтоһын һалып, малайҙы етәкләп, яр буйында урынлашҡан өйҙәренә табан атланылар. Ишек эстән элеүле. Ҡыҙ тәҙрәне ипләп кенә туҡылдатты. Асыусы булманы. Сумкаһын ҡустыһына биреп, ишекте йән көсөнә эй тартты, эстәге келә ысҡынып ҡапыл ишек шар асылып китте. Өй эсе һалҡын, мейескә яғылмаған. Әсәһе яҡтылыҡтан ҡасҡан төҫлө тағы ла, төн үткәргән һике аҫтына башын тыҡҡан килеш йоҡлап киткән. Күрәһең, ҡалған кәүҙәһен һөйрәргә хәле ҡалмаған. Атаһы еңеүсе ҡиәфәтендә тас салҡан диванда йәйелеп ята. Тамара өҫтөн алыштырып өй йыйнарға кереште, ҡустыһын мал ҡарарға сығарҙы. Яңы уҡырға төшкән баланың көсө күпме генә инде. Үҙенән ҙур өс саталы һәнәкте һөйрәп бесән һибте лә, аҫтарын таҙартып инеүгә өй йылынып, апаһы сәй ҙә әҙерләгән ине инде. Тегеләр йоҡлаған арала тип, һәләтләп дәрестәрен ҡараштырҙылар. Малай үҙе китап уҡый, ә уйҙары Тамара апаһында, "Бер ҙә генә атай-әсәйгә оҡшамаған, кешелекле, итәғәтле үҙе егәрле, минең әсәйем ул булһа икән". Апаһы телевизорҙы тоҡандырып биреп, ҡустыһының башынан һыйпап яратты ла, әхирәттәренә йүгерҙе. Мәлис ҡыҙыҡһынып китеп ниндәйҙер әкиәт ҡарай ине, атаһының һүгенеп килеп ҡолаҡ төбөнә тондорғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. "Тәүҙә сәғәтте ҡара ун булып киткән, ә һин дәрескә бармай ниндәйҙер кина ҡарайһың, бар малға бесән ырғыт, ҡара һин уны, ялҡау, был баланан кеше сыҡмаҫ ул-тип, көн менән төндө бутаған Латип, телевизорҙың шнурын тартып елләне. Малай: "Атай хәҙер төн бит инде, мин бесән һалып индем"-тип кенә әйтә алды, "Ах, Мүскә ищеү телләшеп маташа, ҡара туйып һикерә башланы "-тип, кескәй Мәлистең, көслө, услаптай ҡулы менән елкәһенә йәбешеп, һике янына этеп ебәрҙе. Малай тәсмәрләп әсәһе янына барып төштө лә, "Әсәй! Тор инде"-тип, уның кәүҙәһен һелкетеп шыңшып илап ебәрҙе. "Шыңшыма, ир булғас -ир бул, эт кеүек ултыраһың, Мүскә! Һине шулай тәрбиәләмәһәң ҙурайғас елкәгә менеп ултырасаҡһың!"-тип, аяҡ үксәһе менән тағы тибеп ебәрҙе.

Бисара малай ҡурҡышынан әсәһе ятҡан һике аҫтына шыуыша башланы. Атай тейеш кеше нимәләрҙелер иҙәнгә ырғытып, уларҙы типкеләй башланы, һике аҫтындағы малайҙы бер аҙ онотто, шикелле. Тәмәке тартырға тышҡа сығып китте. Мәлис шуны ғына көткәндәй, йылы курткаһы менән итеген алып, мейес артына йәшенде "Апаһы ҡайтмайынса уға барыбер тыныслыҡ булмаясаҡ". Ауа-түнә ир өйгә кереп төпкө бүлмәгә үтеүе булды, малай тышҡа атылды.

Ҡайҙа барырға? Селлә ваҡыты. Ҡайҙандыр әсе ел иҫә. Эстән кофтаһын да кейергә онотҡан, исмаһам. Башын курткаһының яғаһы менән ҡаплаған булды. Ике ҡолағынын осон ғына, әсе һыуыҡ ҡаты итеп семтеп ала. Уның бар тәнен ҡурҡыу ҡатыш, сатлама һыуыҡ ҡоршап алды. "Әй, апайым ҡайтҡансы, мал аҙбарына инеп торорға кәрәк, унда тыштағыға ҡарағанда йылыраҡ, тыныс та, атаһының мал аҙбарын ҡарарға уҡ башы етмәҫ"-тип уйлап, шунда йүнәлде. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ дөм ҡараңғы. Тик ярыҡ аша күҙәткән айҙың яҡтылығы буйынса, күҙалларға була. Уның өсөн Ай ағаһы ла ҡыуанған һымаҡ. Анда-бында шаяртып күҙ ҡыҫып ала төҫлө. Кәзә һарыҡтар бер-береһенә һыйынышып, мөр-мөрт килеп көйшәңнәшеп кенә яталар. Күңелле булып китте, хатта йылыраҡ та бында Мәлис-Мүскәгә. Ятҡан ерҙәренән өркөтмәйем әле тип, ипләп кенән мөйөшкә барып сүгәләне. Аҫтына түшәргә бесән остоғо ла юҡ исмаһам. Ҡатыһына тиклем ашап бөткәндәр. Хәҙер атаһы тынысланып йоҡлап китһә, өйгә инеп, мейес янындағы карауатына ятып, рәхәтләнеп йоҡлар. Бәлки, ошо ваҡыт әсәһе лә айнығып тороп "Яратып ҡына "Мүскә маһ-маһ "-тип саҡырыр уны. Үҙе кәүҙәгә бәләкәй ҡураныс ҡына булғанға шаяртып "Мүскә"-тип әйткәйнеләр, ҡушамат булып йәбеште лә ҡуйҙы. Ул был һүҙгә лә үпкләмәй. Өйрәнеп киткән ине инде. Балалар йортонда унанда насарыраҡ ҡушамат таҡһалар ҙа бирешмәне, әле. Тик атаһы менән әсәһенең ошо осорҙа, уға ҡарата хистәре һыуына төштө. Ярай эсһендәр ҙә икән, апаһы менән икәүләп барыбер донъяны көтөп, уҡыуҙарын ҡараштырып торалар. Тик, бына юҡтан барға ҡысҡырып, сәбәпһеҙ туҡмалыуҙары ҡыйын. Ә, ул тыуҙырған әсәһен берҙе лә күреп йәки иҫләп белмәһә лә, яңы тапҡан ғаиләһен ныҡ яратып эҫенгәйне бит. Тәү ынғайы атаһы, әсәһе, апаһы бергәләшеп ат егеп еләккә, урман ҡыҙырып йөрөнөләр. Атаһы хатта уны матайҙа йөрөргә өйрәтеп маташты. Ауылдаштары уларға ҡарап һоҡланырҙар ине. Эскелеккә нимә этәрҙе һуң уларҙы? Донъя етеш. Быға тиклем атай кеше "Малай һөйә алмайым"-тип ҡайғырған. Ә, хәҙер. Балалыҡ ҡыуанысы ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туҡталып ҡалырмы икән ни һуң"

Мәлис күңеленән ошоларҙы уйлап, ултыра биргәс, ауыҙы асыла башланы. "Йоҡламайым әле"-тип тырышһа ла, ауыр күҙ ҡабаҡтары уны тыңламанылар үҙҙәренән, үҙе йомолоп, малайҙы алдаштырып күктәге йондоҙҙар араһына алып китеп аҙаштырҙылар.

Тамара клубтан ҡайтып, ут алырға ҡурҡып, аяҡ осона ғына баҫып, диванына барып ятты. Өйҙәгеләр күптән хырылдашып йоҡлайҙар ине инде.

Таң атты, теге икәү ҡыштырҙашып береһе мейес тоҡандырып маташа, әсәһе һауыт-һаба янында йөрөй. Балаларының кемеһенеңдер өйҙә юҡлығын да белмәйҙәр әле. Ҡыҙҙары тороп ҡустыһының өйҙә юҡлығын һиҙеп ҡалып. "Әсәй! Мәлис ҡайҙа ул?!”

Тәскирә: "Ул шулай бит ул ни булһа ла өйҙәге эштән ҡасып, мәктәпкә ҡасыу яғын ҡарай, исмаһам, атаһына мал ҡарашып китһә лә өлгөрә, уныһы сатанлап саҡ йөрөй. Балнисҡа һалһалар булыр әле бына"-тип ирен яҡлашты. Тамара ла "шулайҙыр, кейемдәре күренмәй"-тип сумкаһын алып мәктәпкә ашыҡты. Юҡ, шунда ла уның кескәй йөрәге нимәлер һиҙҙергән кеүек. Ҡустыһы уҡыған класҡа йүгереп инде, күреүсе, белеүсе юҡ. Коридор буйлап, дуҫ малайҙарынан һорашты. Дәрес башланды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы: "Сәлимова, тиҙ генә кабинетҡа ин"-тип ҡысҡырғас, шунда кереп китте. Ирле, ҡатынлы эсергә булмағанлыҡтан, ҡайнар килеш ҡаты ғына итеп сәй эсеп, үҙҙәрен тынысландырғас, Латип мал асырға тип кәртәгә сығып китте. Көн бөгөн тағы ла нығыраҡ аяҙытҡан. Бейәләй эсенән, ҡулды ялап маташа. Лапаҫ башынан бесән төшөрөп һалғас, һарыҡ, кәзәләрҙең ишеген асып сығарҙы, кәритәһен һөйрәп килтереп, аҫтын таҙартырға ингәйне, мөйөштә ниндәйҙер бәләкәй ҡарасҡы ултыра, уйында һаман, "Һарыҡ бәрәсләргә уйлайҙыр"-тип уйлап янына килгәйне, сүкәйгән килеш бала ҡатып ҡалған. Үҙен-үҙе тоталмаған ир бар көсөнә ыңранып ҡысҡырҙы: "Улым! Булмаҫтыр, был һин түгел эйеме?”

Шул арала тышҡа һыу түгергә сыҡҡан Тәслимә лә, иренең мал аҙбарында үкереп илаған тауышын ишетеп йөрәге ағып китте, килеп инһә, атай кеше ҡатып ҡалған баланың сикәләрен тынын өрөп йылытырға маташа ине...

В.Исхаков.