Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
23 Июнь , 15:37

Иҫке өйөмдө һағынам...

Был яңы йорт беҙгә сағыштырмаса арзанға төштө. Хужалары тәүҙә унда үҙҙәре йәшәргә уйлаған. Хатта бер-ике ай йәшәгән дә, әммә ҡапыл ғына беҙгә һаттылар. Мин сәбәбен һорағас: “Ашығыс рәүештә аҡса кәрәк”,-тинеләр. Әллә улар берәй насар нәмәһен белеп-һиҙеп, ашығып һаттымы икән? Хәҙер нимә эшләргә икән? Айырыуса ирем менән арабыҙ һыуынғандан-һыуына барыуы бик борсой...

Иҫке өйөмдө һағынам...

Яңы йортҡа күстек. Матур урында урынлашҡан. Өй ҙур, яҡты, бейек. Минең күптәнге хыялым инде. Уны алыу өсөн йәшәгән өйөбөҙҙө һатып, етмәһә кредит өҫтәп алдыҡ. Балалар ҙурая килә, һәр береһенә айырым бүлмә кәрәк, шуға күрә күҙ йомоп барыһын да атҡарып сыҡтыҡ. Элекке өйөбөҙҙә ун биш йылдан ашыу йәшәнек. Һәр саҡ тыныс булды. Ирем ситтә эшләгәндә, балаларым менән яңғыҙым ҡалған саҡтар күп булды. Бер ни ҙә борсоманы, хатта ундай уйҙар башыма инеп тә сыҡманы. Ә бында ниндәйҙер аңлайышһыҙ хәлдәр башланды һәм улар әле лә дауам итә. Мәҫәлән, бер урынға һалып ҡуйған әйберҙәр, кейемдәр бөтөнләй икенсе урындан килеп сыға, йәки бөтөнләй юғала ла ҡуя. Тәүҙә үҙемде иғтибарһыҙлыҡ өсөн әрләнем. Әммә һәр әйберҙе сәғәттәр буйы эҙләп ялҡҡас, уларҙы ҡайҙа һалғанымды уйлап, хәтерләп һала башланым. Тик һөҙөмтәлә улар барыбер икенсе урындан килеп сыға йәки юҡҡа сыға. Мәҫәлән, иптәшемдең эшкә кейгән кейеме. Ул эшсе булараҡ, өҫтө тиҙ бысрана, көн һайын тигәндәй йыуырға тура килә. Йыуып-киптереп-үтекләп бер урынға ҡуям. Юҡ, иртәнсәккә юҡҡа сыға ла ҡуя. Иптәшем эшкә һуңлап бара, икәүләп эҙләйбеҙ, саҡ табабыҙ. Көн һайын бер үк хәл. Иптәшем менән шуның арҡаһында хәҙер һүҙгә килешә башланыҡ. Кейемен таба алмағанға көйәләнгән ирем минең башҡа етешһеҙлектәремде таба башланы. Ә кисә: “Әсәйем һине бушҡа ғына һәпрә, ялҡау, тип әйтмәй икән”,-тине. Был һүҙҙәрҙән һуң ниндәй талаш булғанын аңлайһығыҙҙыр инде. Ҡәйнәмә шылтыратып, уның менән дә һүҙгә килештек. Иң аптыратҡаны: ирем менән нисәмә йыл йәшәйбеҙ, бер ҡасан да улай талашҡаныбыҙ булманы. Хәҙер көн һайын түгел, көнөнә әллә нисәмә мәртәбә бер-беребеҙгә аҡырабыҙ. Өйҙә юҡ икән, телефон аша талашып ҡуябыҙ. Балалар был хәлдән аптырашып, моңайып ҡалды. Мин үҙемде тоторға тырышам, юҡ, килеп сыҡмай.

Тағы борсоғаны – төндәрҙең тынғыһыҙ булыуы. Бүлмәләрҙә ниҙер ҡыштырҙай, ниндәйҙер аяҡ тауыштары ишетелгәндәй, бесәй мыяулай (беҙҙең бесәйебеҙ юҡ). Тәүҙә иғтибар итмәҫкә тырыштым, ә был күренеш көсәйгәндән - көсәйә бара. Өйҙә аят уҡытып, аҙан ҡысҡыртып алғандандан һуң, бер аҙға тыныслыҡ урынлашҡайны, хәҙер тағы башланды. Һәр саҡ яҡшы йоҡлаған балалар ҙа тынысһыҙға әүерелде. Ышанаһығыҙмы – йөрәгем һыҙлап тороп бәләкәй, әммә иҫ киткес йылы һәм ҡот бөркөлгән иҫке өйөмдө һағынам.

Был яңы йорт беҙгә сағыштырмаса арзанға төштө. Хужалары тәүҙә унда үҙҙәре йәшәргә уйлаған. Хатта бер-ике ай йәшәгән дә, әммә ҡапыл ғына беҙгә һаттылар. Мин сәбәбен һорағас: “Ашығыс рәүештә аҡса кәрәк”,-тинеләр. Әллә улар берәй насар нәмәһен белеп-һиҙеп, ашығып һаттымы икән? Хәҙер нимә эшләргә икән? Айырыуса ирем менән арабыҙ һыуынғандан-һыуына барыуы бик борсой.