Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
12 Май , 10:05

Ғаилә аҙналығы көтә

Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан уҙғарылған тематик аҙна 11 майҙа башланып, 16 майҙа тамамлана. Ул 15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала. 12 майҙы "Файҙалы кәңәштәр марафоны" дауам итә. Ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән был көндә 8-800-347-5000 телефоны ярҙамға килер. Шулай уҡ махсус саҡырылған психологтар түбәндәге һорауҙарға яуап бирер: ‒ «Үҙеңә һәм балаға имтихан биргән саҡта нисек ярҙам итергә?», «Балағыҙға алда имтихан формаһындағы һынауҙар көтә. Һеҙ уны бөтөнләй әҙерләнмәй йә етерлек кимәлдә әҙерләнмәй тип борсолаһығыҙмы?», «Уҡыуҙа эше лә юҡ. Ни эшләргә?». Йә булмаһа һеҙҙең балағыҙ ныҡ шөғөлләнә, уҡыу менән генә мәшғүл. Әммә ул ҡыйыуһыҙ, юғалып ҡалып имтиханды бирә алмаҫ тип борсолаһығыҙҙыр;‒ Икенсе тапҡыр ғаилә ҡороу. «Балаға яңы ата-әсәйҙе нисек ҡабул итергә? Үгәй атай йә әсәйҙең ҡылыҡ нормалары. Элекке ҡатынығыҙ йә ирегеҙ менән бала хаҡына нисек араларҙы һаҡлап ҡалырға?»;‒ Һеҙҙең яратҡан үҫмер балағыҙ. «Ни өсөн үҫмер йәше ауыр тип билдәләнә? Үҫмер балағыҙ менән арағыҙҙа ышанысты нисек һаҡлап ҡалырға? Уның менән еңел булмаған темаларға нисек һүҙ башларға?;‒ Бер туған балаларға дуҫ йәшәү өсөн ни эшләргә була? Ғаиләлә бала тыуыр алдынан туғандарын нисек әҙерләргә? Балалар конфликтын нисек йырып сығырға? Баланың ҡыҙғаныуын нисек еңергә? Быуындар араһында бәйләнеште нисек дөрөҫ итеп ҡорорға?

Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан уҙғарылған тематик аҙна 11 майҙа башланып, 16 майҙа тамамлана. Ул 15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала.
Республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ғаилә ҡиммәттәрен, ата-әсә абруйын үҫтереү, юл-транспорт травмаларын кәметеүгә, ғаилә ялдарын ойоштороуға йүнәлтелгән акциялар һәм саралар үткәреләсәк.
***
Кисә, йәғни 11 майҙа "Ғаиләлә изгелек бумерангы" акцияһы үткәрелде. Яңы һәм тотонолған, әммә яҡшы торошло булған балалар әйберҙәрен: балалар мебеле, коляска, сана, велосипед, прыгунок һәм ходунок, ултырғыс-өҫтәлдәр, стерилизация һ.б. төрлө әйберҙәрҙе тапшырырға мөмкин ине. Йыйылған тауарҙар бер юлы 2 йәки унан да күберәк балалар тыуған, 1-4 йәшлек балалар тәрбиәләнгән, күп балалы ғаиләләргә таратылыуы көтөлә. Бындай әйберҙәрҙе райондарҙағы "Ғаилә" үҙәктәренә тапшырырға мөмкин. Был акция ай аҙағына тиклем дауам итә.
***
12 майҙы "Файҙалы кәңәштәр марафоны" дауам итә. Ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән был көндә 8-800-347-5000 телефоны ярҙамға килер. Шулай уҡ махсус саҡырылған психологтар түбәндәге һорауҙарға яуап бирер:
‒ «Үҙеңә һәм балаға имтихан биргән саҡта нисек ярҙам итергә?», «Балағыҙға алда имтихан формаһындағы һынауҙар көтә. Һеҙ уны бөтөнләй әҙерләнмәй йә етерлек кимәлдә әҙерләнмәй тип борсолаһығыҙмы?», «Уҡыуҙа эше лә юҡ. Ни эшләргә?». Йә булмаһа һеҙҙең балағыҙ ныҡ шөғөлләнә, уҡыу менән генә мәшғүл. Әммә ул ҡыйыуһыҙ, юғалып ҡалып имтиханды бирә алмаҫ тип борсолаһығыҙҙыр;
‒ Икенсе тапҡыр ғаилә ҡороу. «Балаға яңы ата-әсәйҙе нисек ҡабул итергә? Үгәй атай йә әсәйҙең ҡылыҡ нормалары. Элекке ҡатынығыҙ йә ирегеҙ менән бала хаҡына нисек араларҙы һаҡлап ҡалырға?»;
‒ Һеҙҙең яратҡан үҫмер балағыҙ. «Ни өсөн үҫмер йәше ауыр тип билдәләнә? Үҫмер балағыҙ менән арағыҙҙа ышанысты нисек һаҡлап ҡалырға? Уның менән еңел булмаған темаларға нисек һүҙ башларға?;
‒ Бер туған балаларға дуҫ йәшәү өсөн ни эшләргә була? Ғаиләлә бала тыуыр алдынан туғандарын нисек әҙерләргә? Балалар конфликтын нисек йырып сығырға? Баланың ҡыҙғаныуын нисек еңергә? Быуындар араһында бәйләнеште нисек дөрөҫ итеп ҡорорға?
***
13 май "Файҙалы иртәнге аш" тип аталған республика акцияһы планлаштырылған. Ул исеменән күренеүенсә, республика халҡын һау-сәләмәт тормош алып барыуҙы һәм дөрөҫ туҡланыуҙың роле тураһында бәйән итәсәк. Врач-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина ғаиләһе менән берлектә тәмле лә, файҙалы ла иртәнге аш бешереп күрһәтәсәк. Ғаиләгеҙ менән иртәнге аш ашағанығыҙҙы фотоға төшөрөп, инстаграмдағы диуарығыҙға һалығыҙ. #Семейныйзавтрак2021 хештегын ҡуйырға онотмағыҙ. Шулай уҡ @dietolog_zulfiya аккаунтын билдәләргә кәрәк була. Шул саҡ һеҙ розыгрышта ҡатнаша алаһығыҙ.
***
14 майҙа "Хәүефһеҙ юл - бәхетле ғаилә" акцияһы үтә. Ул юл-транспорт травмаһын профилактикалауға йүнәлтелгән. Был акция БР ГИБДД-ы менән берлектә уҙғарыла.
***
15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө. Республика халҡына ошоға оҡшаш исемле саралар тәҡдим ителәсәк. Ғаиләгеҙ менән бергә фото төшөп, Instagramдағы диуарығыҙға #Деньсемьи2021 хештегы менән һалығыҙ. Интернет-конкурстың еңеүселәре Өфөләге ғаилә ресторанына саҡырыу ҡағыҙы ала.
Шулай уҡ был көндө барлыҡ ЗАГС бүлексәләрендә «Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән саралар уҙғарылыр. Ул ғаилә ҡиммәттәрен данлаясаҡ. Был көн ғаилә ҡорған йәштәргә иҫтәлекле открыткалар таратылыр.
***
Ғаилә аҙналығы 16 майҙа тамамлана. Уны "АРТквадрат" территорияһында Ғаилә квиз-уйын йомғаҡлай. Ул буш ваҡытта бергә-бергә ғаилә менән үткәрергә кәңәш ителә. Һеҙҙе “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” ҡыҙыҡлы уйын үткәрелә. Командалар һаны сикләнмәй. Уйында ҡатнашыу – бушлай!
Республиканың барлыҡ ғаиләләренә Ғаилә аҙнаһын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә яҙһын!