Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Апрель , 19:05

БАЛАҢДЫ ҮҘЕҢДӘН ТАТЛЫ АШАТМА...

Шулай ҙа “быуыны үтә шыйыҡ” булған ҡыҙҙар-малайҙарҙың киләсәге борсолдора. Улар барыһы ла үҙ хоҡуҡтарын бик яҡшы белә, ә бына бурыстары хаҡында ишетергә лә теләмәй бит. Өйҙә лә беҙ атай-әсәйҙән әйттермәй эшләгән эштәр, хәҙер күпселек осраҡта үҙ елкәбеҙҙә ҡала бит. “Балаңды үҙеңдән татлы ашатма, үҙеңдән йомшағыраҡ йоҡлатма” тигән халҡыбыҙҙың аҡылын үтәмәй, әллә тотош быуындың яҙмышын үҙгәрттек инде?..

Һуңғы ваҡытта мәктәп йылдарын көн дә иҫләй башланым. Ниндәйҙер күрәҙәсе малай: “Беренсе мәктәп емерелә, бер нисә уҡытыусы, хәтһеҙ балалар һәләк буласаҡ”,-тип әйткәндән һуң, ҡайһы бер ата-әсәйҙәр зыҡ ҡупҡайны. Һөҙөмтәлә, беҙҙе шул мәлдә УПК-ға, 3-сө мәктәпкә уҡырға йөрөргә бүлгәйнеләр. Беҙгә ни – ҡыҙыҡ! Уҡытыусыларға бәйҙән ысҡынған эт кеүек сапҡан уҡыусыларҙы тотоуы ҡыйыныраҡ булғандыр. Ә мәктәп емерелмәне! Бинаның ағастан эшләнгән ике яҡ “ҡанатын” нисәмә тиҫтә йыл үткәс кенә һүтеп алдылар, ә шыма, тигеҙ, иҫ киткес ныҡ Баймаҡ таштарынан эшләнгән уртаһы әле лә ғорур баҫып тора. Емерерлек көс юҡ уны! Сөнки 1936 йылда төҙөүселәр, һай, шәп һалған был бинаны, намыҫ менән! Хәйер, һүҙем ул турала түгел.

Уҡытыусылар хаҡында уйлайым. Беренсе мәктәптең генә түгел, ә совет осоронда, унан аңлайышһыҙ 90-сы йылдарҙа эшләгән һәр белем йортоноң остаздары хаҡында. Көслө белем биргәндәр беҙгә тип ҡыуанам. Ә бына һуңғы осор бар интернет селтәрен баҫып алған хәл икенсе күренештәргә лә, уйҙарға ла ҡайтара. Бар мир хәҙер шул уҡытыусының баланың маңлайына “икеле” ҡуйып ҡайтарғаны тураһында пыр туҙып хәбәрләшә. Үҙеңде йөҙйәшәрҙәй тойоп, тормош бөтөнләй үҙгәргән икән, тип уйлап ҡуяһың. Заманында беҙгә ҡарай осҡан указкалар, аҡбурҙар, малайҙарҙың маңлайына эләккән сиртеүҙәр, кластан сығарып елгәреүҙәр, мөйөштә тороуҙар хәтергә төшә. Ирекһеҙҙән, йылмайып ҡуям. Бер баланың да быға үпкәһе булманы. Уҡытыусының “ҡыланышын” дауалау өсөн психологтар ҙа кәрәк булманы. Ғәйебеңде танып, башыңды эйеп тораһың да, икенсе көн онотолоп тағы шуҡлыҡтар ҡылаһың. Атай-әсәйгә әйтеү ҡайҙа! Улар уҡытыусыны асыуландырғаныңды белһә, үҙҙәре шыйыҡ сыбыҡ менән өҫтәп ебәрәсәктәр әле. Беҙ шулай ныҡ быуын булдыҡ та, хәҙерге балаларҙы артыҡ иркәләтеп ебәрҙекме? Юҡ, баланың маңлайына “ике” һүрәтен төшөрөп ҡайтарған уҡытыусыны аҡламайым мин. Шулай ҙа “быуыны үтә шыйыҡ” булған ҡыҙҙар-малайҙарҙың киләсәге борсолдора. Улар барыһы ла үҙ хоҡуҡтарын бик яҡшы белә, ә бына бурыстары хаҡында ишетергә лә теләмәй бит. Өйҙә лә беҙ ата-әсәйҙән әйттермәй эшләгән эштәр, хәҙер күпселек осраҡта үҙ елкәбеҙҙә ҡала бит. “Балаңды үҙеңдән татлы ашатма, үҙеңдән йомшағыраҡ йоҡлатма” тигән халҡыбыҙҙың аҡылын үтәмәй, әллә тотош быуындың яҙмышын үҙгәрттек инде? Белмәйем...

Гүзәл Салихова.