Ни өсөн донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына күсеп бара?
Ике биҙрәмә лә туп-тулы итеп таш тултырғанмын да көйәнтәләп тауға менеп барам. Хәлгенәм бөттө. Тағы саҡ ҡына... Бына тағы бер, ике аҙым һәм... Ура! Мендем...
Шул саҡ йылы, йомшаҡ ҡына ҡулдарҙың башымдан һыйпағанына уянып киттем. Атайым икән. “Ҡыҙым, әллә һин йоҡлап ятҡанда ла таш ташыйһың инде, уфтанып-уфтанып йоҡлағаныңа уятырға булдым”, – ти. “Атай, ниндәй төш күргәнемде лә белеп тораһың. Ысынлап та, таш тулы биҙрәләрҙе көйәнтәләп тауға мендем”, – тинем дә, атайымдың иркә генә, йомшаҡ ҡына ҡулдарын усыма алып, йоҡлап киттем...
Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә район атайҙары советының конференцияһы бара. Атайҙарҙың ғаиләләге роле, уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, эскелек һәм эшһеҙлек проблемалары күтәрелә. Юҡҡа ғына төшөм иҫемә төшмәй ине. Сығыш яһаусыларҙың докладында күтәрелгән мәсьәләләрҙе ирекһеҙҙән шәхсән тормошом менән сағыштырҙым. Беҙ үҫкәндәге атайҙарҙың тәрбиәһе бөгөнгөһө менән айырыламы? Балаһының тыныс йоҡоһон һаҡлап ултырған атайҙар бармы? Аҡса табыусы ғына булып ҡалманымы икән улар? Бөгөн атайҙарҙың ҡәҙере, абруйы бармы?..
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев үҙенең сығышында, сәләмәт тормош алып барған, айыҡ аҡыл менән эш иткән атайҙар быуынын тәрбиәләү мөһим, тине. Шул маҡсаттан һәр ауылда атайҙар советын булдырыу мотлаҡ. Йәш быуынды тәрбиәләү бурысын улар үҙ ҡулдарына алырға һәм балаларын матур өлгөлә тәрбиәләргә тейеш.
Эйе, беҙ үҫкәндә атайҙар эргәлә булды. Һәр ваҡыт уларҙың терәген, таянысын тойоп, кәңәштәрен тыңлап үҫтек. Шуныһы ҡыҙғаныс, бөгөн атайҙар күберәк ситтә, вахта ысулы менән эшләй. Шунлыҡтан ҡайһы бер ғаиләлә уларҙы бары тик аҡса табыусы ғына итеп ҡабул итәләр. Яҙғандарымды иҫбатлап миҫал килтерәм. Күптән түгел вахтанан ҡайтҡан бер яҡын танышыма өлкән ҡыҙы: “Атай, эш хаҡыңды ҡалдыр ҙа, кире эшкә кит, беҙгә күп аҡса кәрәк”, – тип өйөнән ҡыуған. Ә уның шул балалары, ғаиләм тип, айҙар буйы ер аҫтында, шахтала тир түккәнен ни өсөн аңларға теләмәй? Ни өсөн был осраҡта әсәй кеше ғаилә башлығын яҡлап күтәрелеп сыҡмаған? Бөгөн донъя мәшәҡәттәре күберәк ҡатын-ҡыҙ иңенә төшөүе сер түгел. Ләкин ғаиләһенән йыраҡта булған атайҙарҙы ла тәрбиә эшенән ситтә ҡала тип әйтеп булмай. Райондың атайҙар ҡоро рәйесе Радмир Иҫәнбаев та үҙенең сығышында ошо тәңгәлдәге борсолоуын белдерҙе. Конференция барышында мәктәптең “Шанс” киностудияһы тарафынан төшөрөлгән фильмда балаларҙың атайҙары һәм әсәйҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға өҫтөнлөк биреүҙәре аңлашыла ине. Улар менән бергә балыҡҡа барырға, өйҙә китап уҡырға яратыуҙарын әйтеп һалдылар. “Балалар дөрөҫ йүнәлеш алып үҫһен өсөн улар эргәһендә айыҡ аҡыл менән эш иткән, сәләмәт тормош алып барған атай кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, күптәр ныҡлы ғаиләгә, тыныс, матур тормошҡа нигеҙҙе фәҡәт беҙ, ир-егеттәр, һалыуын аңлап ҡабул итә. Шунлыҡтан үҙебеҙҙең арттан башҡаларҙы ла эйәртергә кәрәк. Ирҙәрсә был һөйләшеүҙе урындарҙа башҡа атайҙарға ла еткерегеҙ”, – тине Фәнис Әминев.
Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең атайҙар советы рәйесе Арсен Байымов та ир-егеттәр тәрбиәһенең мөһимлеге, алда торған бурыстар, маҡсаттар тураһында сығыш яһаны.
Конференцияға тиклем мәктәптең спорт залында уҡтан атыу буйынса ярыш үткәйне. Уҡыусылар үҙҙәренең атайҙары менән бергә көс һынашты. Әйтергә кәрәк, бындай йылы осрашыуҙар 2-се мәктәптә йыш уҙа. Тәрбиә эшендә, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә атайҙар советы үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Быға уҙған йылда тормошҡа ашырылған “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы асыҡ миҫал.
Конференция һорау-яуап формаһында, йылы мөнәсәбәттә барҙы. Ир-егеттәр үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты, тәҡдимдәрен индерҙе, алға бурыстар билдәләне. Эйе, тап бына шундай айыҡ аҡыл менән эш иткән, ғаиләһендә абруйы, үҙенең ныҡлы урыны булған, хеҙмәттә һөйәлләнгән ҡулдарынан да йылылыҡ бөркөлгән атайҙар беҙҙе тәрбиәләне. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән ғаилә ҡиммәттәрен юғалтмайыҡ, һаҡлайыҡ.