Бөтә яңылыҡтар
Адвокат кәңәше
27 Декабрь 2018, 22:17

Күршең һине батырһа...

Өҫтәге күршеләрем мине, русса әйткәндә, затопить итте. Бар обойҙарым ҡубып, яңынан ремонт эшләнем. Күршем аҡсаһын түләй алмайым, ит менән бирермен тине лә, алданы. Мин хәҙер күршемдән ремонт аҡсаһын түләттә аламмы? Адвокат улым шуға яуап бирһен әле.Ғәлиә. Адвокат Заһит Марсель улы Мөжиүиров яуап бирә:

Өҫтәге күршеләрем мине, русса әйткәндә, затопить итте. Бар обойҙарым ҡубып, яңынан ремонт эшләнем. Күршем аҡсаһын түләй алмайым, ит менән бирермен тине лә, алданы. Мин хәҙер күршемдән ремонт аҡсаһын түләттә аламмы? Адвокат улым шуға яуап бирһен әле.

Ғәлиә.

Адвокат Заһит Марсель улы Мөжиүиров яуап бирә:

-Һеҙгә күршеләргә ҡарата претензия (дәғүә) хаты яҙып, уны почта аша заказлы хат итеп ебәрергә кәрәк. Хатта ремонт өсөн күпме һәм ҡасанға тиклем аҡса түләүҙәрен һорап яҙырға тейешһегеҙ. Шулай уҡ ремонт киткән сығым квитанцияларының күсермәһен дә һалығыҙ. Претензия хатын яҙыу ауыр тойолһа, миңә мөрәжәғәт итегеҙ.

Әгәр күршеләрегеҙ ошо ваҡыт эсендә яуап бирмәһә, мәсьәләне ыңғай хәл итмәһә, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Суд аша һеҙ аҡсағыҙҙы ҡайтара алаһығыҙ. Минең телефоным: 89656567877
Читайте нас в