Бөтә яңылыҡтар
Адвокат кәңәше
16 Декабрь 2018, 23:07

Мөхәббәтте никах юҡҡа сығармаһын

Хөрмәтле дуҫтар! Беҙгә төрлө сетерекле, ауыр хәлгә ҡалған кешеләр йыш мөрәжәғәт итә. Уларға ярҙамдан ошо рубриканы асырға булдыҡ. Рубриканы билдәле адвокат, күп кешеләргә ауыр хәлдән ҡотолорға ярҙам иткән адвокат Мөжәүиров Заһит Марсель улы алып бара. Уның телефон номеры: +79656567877

Кәләшемә бик яратып өйләндем. Ул туй ваҡытында төшкән аҡсаны үҙе йыйып ултырҙы. Ҡунаҡтар аҡсаны хужа йыйырға тейеш тиһә лә. Туйға 500 мең һумдан ашыу аҡса төштө. Мин ҡыуандым, кәләшем менән сит илгә барып ял итербеҙ тип. Тик аҡса юҡҡа сыҡты. Кәләш үҙенә ҡиммәтле тун, биҙәүестәр, айфон һатып алған да, ҡалғаны менән үҙенең кредитын ҡаплаған. Миңә әйтеп эшләһә бер һүҙем булмаҫ ине. Ошо хаҡта әйткәс, ул: "Ты мужик, ты обязан зарабатывать, а я тратить!" тип аҡырҙы. Айырылыштыҡ. Һанап сығара башлағас минең туғандарымдан 400 мен һум аҡса төшкәне асыҡланды. Тимәк, ул аҡса минеке! Суд аша мин ул аүсаны ҡайтара аламмы икән?


Адвокат Мужавиров Заһит Марсель улы яуап бирә: Үкенескә ҡаршы, был осраҡта бер нисек тә аҡсаны ҡайтарып булмай. Һеҙ ҡатынығыҙ менән айырылышып өлгөргәнһегеҙ, тимәк, никахта йыйылған мөлкәт юҡ. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, яңы өйләнешкән парҙар араһында шундай низағтар сығып, ғаилә тарҡалып ҡуя. Шуға күрә барыһын да алдан һөйләшегеҙ, килешегеҙ, никах килешеүе (брачный договор) төҙөгөҙ.
Читайте нас в