Һаҡмар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Март 2021, 14:30

Мөһим саранан ситтә ҡалмайыҡ

2021 йылда үткәреләсәк ҙур сара - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илебеҙҙең һәр бер кешеһенә ҡағыласаҡ. Уға әҙерлек 2018 йылда уҡ башланды. 2019 йылдың 1 октябрендә халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эшен йәйелдереү тураһында рәсми иғлан ителде. Быйыл беренсе тапҡыр был сарала интернет селтәре аша ғына ла ҡатнашып була. Бының өсөн Дәүләт порталында теркәлергә кәрәк буласаҡ.

Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы 23 августан 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Төпкөл төбәктәрҙә һәм үтеп булмаҫлыҡ территорияларҙа был сара 1 апрелдән 20 декабргә тиклем уҙғарыу планлаштырылған.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән 8,1 млрд һум аҡса бүленә. Төбәктәрҙә урындағы статистика-мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Дәүләт порталында халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар үҙ аллы, йә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп анкета һорауҙарына яуап бирә ала.
Халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим булған был сарана ситтә ҡалмайыҡ, ҡатнашайыҡ, тарихта үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт ҡалдырайыҡ!
#ВСЕРОССИЙСКАЯПЕРЕПИСЬНАСЕЛЕНИЯ
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас в