Һаҡмар
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
7 Декабрь 2018, 11:02

Бахырланмайыҡ, эште үҙебеҙҙән башлайыҡ!

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировтың тәғәйенләнеүен республика халҡы ҡыуанып ҡабул итте һәм уның төбәк мәнфәғәтендәге тәүге аҙымдары яҡты киләсәккә өмөт уятты. Радий Фәрит улының республика төбәктәрендә булып, иң актуаль мәсьәләләрҙе халыҡ менән уртаға һалып тикшереүе бик тә мөҡәддәс эш һәм был яңы лидерға мәртәбә генә өҫтәй. Ә инде күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына рәйес итеп билдәле сәйәсмән Данир Ғәйнуллиндың тәғәйенләнеүе республиканың аҫаба халҡы өсөн һөйөнөслө хәбәр булды.

Ҡоролтай тауышы

Республиканың Ҡоролтай лидеры халыҡ менән осрашты

Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының милли мәсьәләләрҙе, айырыуса тел проблемаһын хәл итеүҙән ситләшеүе, үҙенең абруйын юғалтыуы берәүгә лә сер түгел. Был тәңгәлдә уға яңы лидер кәрәклеге көн кеүек асыҡ ине. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәрҙең береһе – Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллиндың яңы вазифаға тәҡдим ителеүен һәр башҡорт ҡыуанып ҡаршы алды һәм бөгөн Ҡоролтайҙың халыҡ ышанысын яуларына өмөт ҙур. Яңы етәксенең республикала иң беренсе булып Баймаҡ районында ҡоролтай хәрәкәте, ир-егеттәре, йәштәре, район хакимиәте етәкселеге менән үткән аҙнала осрашыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
-Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының һуңғы йылдарҙа абруйын юғалтыуын, милләт, тел, ер мәсьәләләрен күтәрәһе урынға бихисап мәҙәни, мәғариф саралары үткәреүсе ойошмаға әйләнеүен һәр кемебеҙ белә, - тип билдәләне үҙенең сығышында Данир Ғәйнуллин, - шуның өсөн беҙ иң беренсе сиратта халыҡ араһына сығыуҙы, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, милли проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Беҙгә бер бөтөн булып ойошманы яңыртырға, үҙгәреп ҡорорға кәрәк. Киләсәктә Ҡоролтай бөтөнләй яңы форматта эшләйәсәк. Тап шуның өсөн дә беҙгә милләттәштәребеҙҙең ниндәй фекерҙә булыуы мөһим.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов үҙенең телмәрендә ойошма алып барған эштәргә ҡыҫҡаса туҡталды, башҡорт йәмғиәтен борсоған иң киҫкен проблеманы атаны – тел мәсьәләһе. “Бөгөндән үк телебеҙҙе һаҡлау, уны дәүләт кимәлендә яҡлау, халыҡ араһында аңлатыу буйынса эш алып бармаһаҡ, милләтебеҙҙең киләсәге юҡ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡор башлығы.
Артабан район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, урындарҙағы ойошма рәйестәре, ауылдарҙағы ир-егеттәр ҡоро етәкселәре, әүҙем йәштәр йәмғиәтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Ауылдарҙа эшһеҙлектең, эскелектең сәскә атыуы, спорт залдарының, спорт инвентарҙарының етешмәүе, эш башлаусы эшҡыуарҙарға административ кәртәләрҙең күп булыуы, табиптарҙың етешмәүе, власть менән халыҡ араһында диалог булмауы кеүек актуаль мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Халыҡтың һигеҙ йыл буйы йыйылған проблемалары ҡалҡып сыҡты ул көндө, һәр кем үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Өфөнән эшҡыуар Илнар Ғәлин милләттәштәребеҙҙе берләшергә саҡырһа, Ҡараталдан урындағы ҡоролтай рәйесе Рим Йәнбирҙин ауылда йәштәрҙең йәшәргә ҡалмауына борсолоу белдерҙе. Әхмәрҙән Динислам Өмөтбаев эскелеккә ҡаршы көрәште киң йәйелдереү, милли спорт төрҙәрен, атап әйткәндә, йәйәнән уҡ атыуҙы популярлаштырыу, йәштәргә вазифалы эш урындары тәҡдим итеү мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Йыйылышҡа килеүселәр араһында халҡы мәнфәғәтендә ҡыл да ҡыбырлатмаған, зарланыуҙан, кемделер әрләүҙән бушамаған йәштәр ҙә бар ине. “Беҙгә тегене-быныһы кәрәк, уны-быны эшләү мотлаҡ, шул-шул булһын “, - тиеүселәр күп булды. Араларында урындағы ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә ҡарата нахаҡ һүҙ һөйләүселәр ҙә осраны.
Ә шулай ҙа йыйынға килеүселәрҙе уйландырырлыҡ, уртаға һалып тикшерерҙәй шәп тәҡдим-сығыштар ҙа булды. Уларҙан мин Үрге Иҙрис ауылынан урындағы ҡоролтай рәйесе Рәжәп Мөхитовты һәм Икенсе Этҡол ауылынан Амур Әминевты айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер инем. Был егеттәр башҡалар кеүек зарланманы ла, бахырланманы ла, ә эште үҙебеҙҙән башларға тәҡудим итте. Әйтәйек, шул уҡ үрге иҙристәр кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ауылдың социаль инфраструктураһы, киләсәге өсөн һәр кем янып йәшәй һәм эшләй. Һабантуйын да үҙҙәре үткәрә, юлдарға ташын да түгә, йылға буйын да таҙарта, шишмәләрен дә кәртәләй, ағасын да ултырта. Урындағы учреждениелар биләмәһен тәртипкә килтереү, ҡоймаларын ремонтлауға ла ситтән ярҙам һорамай. Икенсе Этҡол егеттәре лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Улар бынан дүрт йыл элек районда иң тәүгеләрҙән булып ир-егеттәр ҡоро ойоштора һәм урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙе үҙ иңдәренә ала. Улар эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштора, был тәңгәлдә халыҡ араһында ҙур аңлатыу эше алып бара, тыуған төйәген төҙөкләндереүгә күп көс һала. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк беҙгә?!
Шул уҡ ваҡытта бөгөн башҡорт ауылдарында йәштәр тарафынан ойошторолған ир-егеттәр ҡорҙары ла бик тә мөҡәддәс эш алып бара. Был тәңгәлдә Байыш, Үрге Яйыҡбай, Күсей ауылдары йәштәре башҡаларға ысын өлгө булып тора. Был аҫыл егеттәр эште үҙҙәренән башлаған, тыуған төйәгенең проблемаларын хәл итеүҙе үҙ иңдәренә алған.
Йыйылышта туған тел, милләт мәсьәләләрен күтәргән ҡайһы бер ир-егеттәрҙең балаларын уҡытыуға башҡорт класына түгел, ә рус класына биреүе лә бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай. Етмәһә, улар башҡорт баҫмаларын да алдырмай. Шулай булғас, “тел, милләт” тип ҡысҡырып йөрөүҙән ни фәтүә?..
Район Ҡоролтайының эшмәкәрлегенә килгәндә, фәҡәт Ришат Ишембәтовтың һәм уның командаһының тырышлығы менән ойошма, нисә йылдар буйы ҡыл да ҡыбырлатмағандан һуң, ниһайәт, ең һыҙғанып эшләп китте, халыҡ араһында абруй яуланы. Ҡоролтай башҡарған изге эштәрҙе берәү ҙә инҡар итмәҫ, быны күңелендә башҡорт рухы йөрөткән һәр кем белә. Ойошманың эшендә ҡайнамаған кеше генә юҡ-бар хәбәр һөйләй алалыр...
“Бахырланмайыҡ, егеттәр, эште үҙебеҙҙән башлайыҡ, - тип билдәләне үҙенең йомғаҡлау сығышында Данир Ғәйнуллин, - кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти башҡорт мәҡәле. Бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләйек. Шул саҡта ғына беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешә аласаҡбыҙ”.
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: халыҡ һүҙен власть органдары, Ҡоролтай мәлендә ишетергә һәм уларҙы хәл итеү өсөн саралар күрергә тейеш. Был йыйылыш шуны асыҡ күрһәтте. Урындарҙағы тәҡдим-фекерҙәр иғтибарға алынырға бурыслы. Йәштәрҙең башланғыстарын хупларға, уларҙы ваҡытында күтәрмәләү сараһын күрергә ваҡыт.
Читайте нас в