Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
5 Декабрь 2018, 13:37

Уҡытыусылар ғына ғәйеплеме?

Автор улының дәрес әҙерләй алмау сәбәптәрен хәҙерге мәктәп программаһының ҡатмарлы булыуында күрә. Был аңлашыла ла, сөнки уҡыу-уҡытыу эше, белем биреүҙең яңы стандарттарына ярашлы, күптән үҙгәрҙе һәм һаман булһа үҙгәреш юлынан бара.

“Һаҡмар”ҙың 90-сы һанында “Ишеткән-кисергән-күргәндәрҙән” рубрикаһындағы “Ҡул һелтәнем” тип аталған мәҡәләне уҡығас, яуап яҙмай булдыра алманым.
Автор улының дәрес әҙерләй алмау сәбәптәрен хәҙерге мәктәп программаһының ҡатмарлы булыуында күрә. Был аңлашыла ла, сөнки уҡыу-уҡытыу эше, белем биреүҙең яңы стандарттарына ярашлы, күптән үҙгәрҙе һәм һаман булһа үҙгәреш юлынан бара. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки замана шуны талап итә. Көндән-көн закондар үҙгәреп, яңырып торғанда, теләһәң-теләмәһәң дә шул ҡанундарға буйһонмай сара юҡ.
Мәҡәләлә: “Ошо мәктәп программаһы буйынса уҡытыусыларҙың үҙҙәрен, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, етәкселәрен контроль эш эшләтеп, ОГЭ, ЕГЭ тигәндәрен тапшырттырып ҡарарға кәрәк ине. Эшләй алырҙармы икән?” – тигән юлдар бар. Үҙем уҡытыусы булараҡ ошолай яуап бирер инем: беренсенән, мәктәп программаһының ҡатмарлы булыуына уҡытыусылар менән мәғариф хеҙмәткәрҙәре ғәйепле түгел. Барыһы ла юғары Хөкүмәт ебәргән уҡыу пландарына ярашлы эшләнә. Дөйөм һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын да мәктәп уйлап сығармаған. Икенсенән, контроль эштәр эшләттереп кенә нимәгәлер өлгәшеп булһа икән! Моғайын, был һорауҙар буйынса шул Хөкүмәттең үҙенә мөрәжәғәт итергә кәрәктер? Ғөмүмән, аңын-тоңон төшөнмәй тороп, кемгәлер ғәйеп ташлау бер ҙә килешкән эш түгел. Былай ҙа хәҙер ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәпте тик насар яҡтан ғына күреүсән. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларға аҡ та, ҡара ла ярамай.
Авторға кәңәштәрем шул: өйгә эште ата-әсә түгел, ә бала тик үҙе генә әҙерләргә тейеш. Әгәр ул дәрес материалын аңламаһа, йә ниндәйҙер ауырлыҡтар кисерһә, бының өсөн уҡытыусы менән кәңәшләшергә, һис юғында мәктәп психологына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Ҡул һелтәнем, ялҡтым”, тиеүе анһат ул. Һис юғында репетитор ялларға ла мөмкин. Балыҡ эләкмәгән өсөн гел генә ҡармаҡты ғәйепләмәйҙәр бит. Бәлки, сәбәп күлдәлер...
И. Сафиуллин, 1-се категориялы уҡытыусы.
Читайте нас в