Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
9 Май 2022, 13:45

Мөбинә инәйҙең хәтирәләре

Һуғыш һаман туҡтамай. Көҙ етте. Бер мәл ҡырҙа мал көткәндә Шаһивәли, Усман, Кинйәһолтан, мин дүртәүләшеп уйынға әүрәп, эҫкерт башына менеп киткәнбеҙ. Шул арала малыбыҙҙы бүре ҡырып һалып ҡуйған. Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, йәтеш кәүҙәле ҡыҙғылт бүреләр ине. Тамаҡланған һарыҡтар тырым-тырағай ҡанға туҙып ята. Нимә эшләргә белмәй, ҡысҡырып илаша башланыҡ. Юлда бер бабайҙың ат егеп китеп барғанын күреп, артынан йүгерҙем. “Апа, һарыҡтарҙы бүре тамаҡлаған, ҡалайтайыҡ икән?”- тип һорайым...

Мөбинә инәйҙең хәтирәләре
Мөбинә инәйҙең хәтирәләре

 

100 йәшкә етергә яҙһын!

Күк көмбәҙенең күҙгә күренмәҫ ебәк шаршауын асып, Ирәндек һыртынан ҡояш ҡалҡып килә. Баймаҡ ҡалаһының Кәкреауыл биҫтәһендә йәшәгән Мөбинә инәй Яхина ла, ҡояш кеүек, йоҡонан иртә уяна. Күптәнге ғәҙәте буйынса ул радионан иртәнге тапшырыуҙарҙы тыңлай. Тәҙрәгә ҡарап, ер өҫтөнә тәүге йылы, ыуыҙ нурҙар һибелгәнен, тереклектең йоҡонан уянғанын күҙәтә. Ана шулай көн дә ҡояшты ҡаршы алырға, тәбиғәттең таңдағы илаһи мәлен күреп ҡалырға тырыша ул. Һәр көн үҙе бер яңылыҡ, үҙе бер мөғжизә бит! Йыш ҡына Мөбинә инәй моңло көй тулҡындарына эйәреп йыраҡта ҡалған бала сағына, үҫмер һәм йәшлек йылдарына ҡайтып урай. Бөгөн дә уйҙары уны үткәндәргә, хәтирәләр донъяһына алып китте...

МӨБИНӘ ИНӘЙҘЕҢ ХӘТИРӘЛӘРЕ

Беҙҙең балалыҡ йылдары, китаптарҙа яҙылғанса, оҙон-оҙаҡ булманы инде. Ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ үтмәне бала саҡ. Атай-әсәй бар саҡта мин дә бәхетле, ҡурсаулы бала инем. Улар икеһе лә тырыш, эшсән булдылар, ғаиләне туйындырыр өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәнеләр. 1937 йыл көтмәгәндә донъяны болартып ҡуймаһа, тормош шулай үҙ яйы менән барыр ҙа барыр ине...

Үкенескә ҡаршы, ҡәһәрле ваҡиғалар беҙҙең Темәс ауылында ла күп ғаиләгә күҙ йәше, ҡайғы-хәсрәт алып килде. Ул йылда мин ауыл мәктәбендә икенсе класта уҡый башлағайным. Ноябрҙең ҡараңғы бер төнөндә ниңәлер оҙаҡ ҡына керпек ҡаҡмайынса яттым. “Йөрәгем сығып киләсе”, - тинем әсәйемә. Бала күңеле дөрөҫ һиҙемләгән икән: ҡапыл ниндәйҙер осло кәпәс кейгән ят, шомло кешеләр өйгә баҫып килеп инде. Атайыма йәһәт кенә кейенергә ҡуштылар ҙа, өйҙө тентергә, нимәлер эҙләргә тотондолар. Ана шул ҡурҡыныс ҡара төндә ауылдан дүрт-биш кешене йөк машинаһына тейәп алып киттеләр. Минең тыныс холоҡло, һәр эштә лә ал бирмәгән атаһымды, “Ударник” колхозының балта оҫтаһы Яхин Сибәғәт Абдулла улын ун йылға хөкөм итеп, төрмәгә яптылар. Шул китеүҙән тыуған яғына, ҡатыны, балалары эргәһенә әйләнеп ҡайтманы. Әсәйем уны юллап Баймаҡҡа барып та ҡараны. Төрмә ҡапҡаһынан да үткәрмәй, “Хәҙер үк ҡайтып китмәһәң, иреңдең эргәһенә үҙеңде лә ултыртабыҙ”, тип ҡурҡытып ҡайтарып ебәргәндәр. Шул китеүҙән атайым һыуға төшкәндәй эҙһеҙ юҡ булды, хатта ҡош телендәй хаты ла килмәне. Исмаһам, бер бөртөк кенә фотоһүрәте ҡалһасы, иҫкә алып ҡарар инек. Ул төндә ҡулға алынған ирҙәр араһынан Хәбибнәжәр ағай ғына әйләнеп ҡайтты.

Ҡатыны колхоз эшендә фажиғәгә тарып вафат булғас, өс балаһы ҡалғайны, бәлки шул етемдәр хаҡына ҡайтарғандарҙыр, кем белә? Хәбибнәжәргә әсәйемде димләгәстәре: “Юҡ, Йәнифәне алмайым, Сибәғәт ағай ҡайта бит ул”, - тип яуаплаған...

Атай булмағас, уҡыу ҡайғыһы китте. Үҙем менән бер тиҫтер Йосопова Кинйәһолтан (ҡыҙ фамилияһы Сөләймәнова) менән ферма һарыҡтарын ҡарай башланыҡ. Һарыҡтар күп, бер-бер артлы бәрәсләйҙәр. Улар ҙа кешеләр һымаҡ, төрлө холоҡло була. Бәғзеләре балаһын имеҙеп, ҡурсалап ҡына тора. Ҡайһылары төкөй, тибешә. Ундайҙарын тотоп, бәрәстәрен имеҙҙергәнсе төн уртаһы ауыша. Ферманың бер мөйөшөндә йоҡларға ҡалаһың, сөнки таң менән тағы эш башлана. Эш көнө яҙыла, тик хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Асығыуға түҙә алмай, берәй ҙурыраҡ һарыҡтың һөтөн көрөшкәгә һауып эскән саҡтар ҙа булды...

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, ауылдан бик күп ир-ат яу ҡырына китте. Көнө-төнө фермала эштәбеҙ. Әсәйем Йәнифә Хәлфетдин ҡыҙы Яхина ғүмер буйы һауынсы булды. Өҫ-башҡа, аяҡҡа кейем юҡ, һауынсылар эшкә яланаяҡ йөрөй. Кәртәләге берҙән-бер һыйырыбыҙҙы һауыу менән муйынына бау тағып баҫыуға ер һөрөүгә йә сәсеүгә алып китәләр ине. Малҡайҙарға ла тынғы булманы инде... Һәр йорт 8-әр кило ҡаймаҡ, иретелгән май, 45-әр кило ит, тиҫтәләп йомортҡа тапшырырға тейеш ине. Ит урынына күптәр быҙауын тапшырҙы. Аслыҡтан хәлһеҙләнеп, ерҙең ҡарҙан асылғанын көс-хәлгә көтөп алабыҙ. Яҙ етеү менән, әсәйҙәр урманға, ҡырға эҙләнеп сығып китә. Йыуа, балтырған, һарына, әттек тамыры йыйып, ҡайтҡас шуны турап, йомортҡа ҡушып туҡмас бешерәләр. Ауыр, бик ауыр ваҡыттарҙы күрергә тура килде беҙҙең быуынға. Ҡустым Әмиргә бер көн дә уҡыу эләкмәне. Шулай ҙа үҫеп еткәс, Әмир Сибәғәт улы Яхин колхозда иң оҫта тракторсы- комбайнсыларҙың береһе булды. Кесе ҡустым Рәжәп Яхин шофер булып эшләне, мәрәкәсел, шаян кеше ине. Бер ваҡыт юлда туҡтатып, “Ағай, праваңды бир”, тигәндәр, “әй, ҡустым, үҙең уҡып права алһаң ни була!” тип яуаплаған. Уның лаҡаптары әле булһа халыҡ телендә йөрөй. Ҡустыларым гүр эйәһе инде, урындары ожмахта булһын. Бала-сағалары менән ҡатышып йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр.

Баймаҡҡа һарыҡ ҡыуып барған көн әле булһа күҙем алдында. Йәй аҙағы ине, бына-бына һыуытырға тора. Һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡан ферма мөдире Сәйғәфәр ағай, ветврач Ғәлләм ағай ат егеп, арбаға ултырып киләләр. Беҙ, бер нисә бала-саға, һарыҡтарҙы өйөрөп ҡыуып барабыҙ. Көнө буйы килә торғас малдар ҙа, үҙебеҙ ҙә ныҡ арыныҡ. Сереккүл эргәһендә туҡтап йоҡларға булдыҡ. Иртән уяныуыбыҙға ергә ап-аҡ ҡырау төшкәйне. Бөтәбеҙ ҙә яланаяҡбыҙ. Шунда аяҡтарҙың өшөүе! Улайтып-былайтып Баймаҡҡа барып еттек. Колхозға һалынған һалым урынына һарыҡтарҙы тапшырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Береһе зәғиф, икенсеһе үтә арыҡ тип ике баш һарыҡты алманылар. Шура ауылына еткәс, һарыҡтарҙың береһен һуйып, итен бешереп ашарға, икенсеһен ауыл кешеләренә ҡалдырып китергә рөхсәт иттеләр.

Өлкән йәштәге ағайҙарым, апаларым шул тиклем изге күңелле булдылар. Сәфәр апа Ҡотлоғәлләмов бүре аулап тота ине. Ауылдың тирә-яғында бүреләр күбәйеп киткәйне, йылҡыларҙы тамаҡлай торғайнылар. Бүре итен дә, үлгән башмаҡтарҙы ла ашарға тура килде кешеләргә. Өмөтбай апа менән Фәтхиә инәй бигерәк киң күңелле, сумарт булдылар. Өмөтбай апа әбейенән ҡаҙанда бүре ите бешертеп, беҙҙе, бала-сағаларҙы йыйып ашатырға ҡуша торғайны. Фәтхиә инәй фермала ла күп ярҙам итте. Бәрәсен алмаған һарыҡтарҙың ауыҙына инәй шаҡарғыс нәмә ҡуйып тотоп тора, беҙ бәрәстәрҙе әсәләренә ҡушып имеҙҙерәбеҙ. Яҙ етһә, Темәстән күмәк апай-еңгәйҙәр фермаға һарыҡ ҡырҡырға килә. Беҙ, йәш-елкенсәк, малды йығып, аяҡтарын бәйләп биреп торабыҙ. Ҡырҡылған йөндө тоҡҡа тултырып, өйөп барабыҙ. Кәзәләр ҙә күп булды. Ағалы-ҡустылы Исҡужин Шаһивәли менән Усман кәзә көтөүен көттө. Кәзә менән һарыҡ холҡо менән бер-береһенән айырыла бит ул. Эҫелә һарыҡтар бер урында өйкөлөшөп тик тора. Ә кәзә елеп йөрөп эҙләнергә ярата, артынан эйәрә торғас хәл ҡалмай...

Һуғыш һаман туҡтамай. Көҙ етте. Бер мәл ҡырҙа мал көткәндә Шаһивәли, Усман, Кинйәһолтан, мин дүртәүләшеп уйынға әүрәп, эҫкерт башына менеп киткәнбеҙ. Шул арала малыбыҙҙы бүре ҡырып һалып ҡуйған. Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, йәтеш кәүҙәле ҡыҙғылт бүреләр ине. Тамаҡланған һарыҡтар тырым-тырағай ҡанға туҙып ята. Нимә эшләргә белмәй, ҡысҡырып илаша башланыҡ. Юлда бер бабайҙың ат егеп китеп барғанын күреп, артынан йүгерҙем. “Апа, һарыҡтарҙы бүре тамаҡлаған, ҡалайтайыҡ икән?”- тип һорайым. Ул беҙҙе эйәртеп, ферма мөдиренә алып килде. Мөдир “ҡарамағанһығыҙ, көтмәгәнһегеҙ” тип ҡаты ғына әрләп ташланы.

Кинйәһолтан Темәстә ғүмер итте, үткән йылдың көҙөндә баҡыйлыҡҡа күсте. Уны оҙатырға бара алмауым ныҡ үкенесле булды. Балалыҡ әхирәтемдең балалары яңыраҡ аят мәжлесенә саҡырып алды, сауаптарын насип итһен уларға.

Балалыҡтан сыҡҡан сағым булғандыр, һарыҡ көтөргә оялып, һыйыр һауа башланым. Тәүге мәлдә аяҡ-ҡулдарым ярылып, шул тиклем арып, йонсоп киткәйнем, туған тейешле Зиннәт апаларға барып, йоҡлап, ял итеп килдем. Һыйырҙарҙы Фәғилә Урмантаева менән бергә һауҙыҡ. Бикбай исемле йыуан һыйырҙың һөтө ҡуйы, тәмле булды. Уның һөтөн айырым биҙрәгә һауып алабыҙ ҙа, күтәреп һөт эсәбеҙ. Аслыҡтан бәлки шул да ҡотҡарғандыр беҙҙе...

Йәй етте ниһә, Теләүкәркә йылғаһы буйына малдар менән ҡуша күсеп сыға инек. Йылға әллә ни ҙур түгел, барып-барып Һаҡмарға ҡоя. Бер ваҡыт килеп тороп йәшенләп ямғыр яуҙы. Ҡыуыштан шаптырлап һыу ағып китте. Йылға яман итеп ташып аға. Сәфәр апа бала-сағаны арбаға ултыртып һыу аша сығарырға булғайны, арбаһы-ние менән ағып китеп, саҡ-саҡ килеп сыҡтылар. Ҡуй инде, кәбәнен дә һалдыҡ, ер ҙә һөрҙөк, беҙ эшләмәгән бер эш тә ҡалмағандыр. Ҡыш көнө колхозға бирелгән ағас әҙерләү заданиеһын үтәргә тип йәш үҫмерҙәрҙе Бөрйәнгә ебәрҙеләр. Диләнкә бүлеп бирҙеләр. Беҙҙең бригадала өс кеше: ике ҡыҙ, бер малай. Ике ҡыҙ ҡул бысҡыһы менән ағасты бысып йығабыҙ, Булат исемле малай уны ботай. Аҙаҡ ботаҡтарҙы йыйып үртәп, диләнкәне таҙартып ҡуйырға кәрәк. Сей ботаҡ янмай ыҙалата. Бысылған ағасты үлсәп, әрсеп, сплавҡа әҙерләйбеҙ ҙә, санаға тейәп йылға яғына ташыйбыҙ. Шул ҡәҙәр тәрән көрт. Ҡарҙы көрәп, юл ярып барырға тура килә. Күп көрәлде инде ул ҡарҙы. Ғәҙәткә ингәнме шул, һаман да яңы яуған ап-аҡ ҡарҙы көрәргә яратам. Ҡар мул булһа – миңә шатлыҡ, рәхәтләнеп ҡар көрәйем. Йөк тейәп барышлай ҡаршыға осрайҙар, бер-беребеҙгә юл бирмәй һуғышып та китә инек. Эй, бала саҡ, йәш саҡ... Йәшәгән урыныбыҙ - ерҙе ҡаҙып, өҫтө кәҫ менән ябылған зимләнкәләр, тимер мейескә ут яғып йылытаһың. Үҙебеҙҙең ат ҡараусыбыҙ, аш бешереүсебеҙ бар ине. Аҡса урынына трудодень ҡуйып барҙылар. Ауылға задание тулғас ҡына әйләнеп ҡайттыҡ.

Һуғыш, аслыҡ тип тормай, йәшлек үҙенекен итәлер инде. Йыйылышып “Наза” һуғып бейешеп ала торғайныҡ. Төркмән яғында Ҡоштүбә тигән ауыл бар ине. Шул ауыл йәштәре бер мәл беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барғым килә, тик өҫтөмә кейергә күлдәгем юҡ. Ғәффә апайҙың күлдәген һорап алдым да, мул булғас, билемде ныҡ итеп быуып кейеп барҙым. Уйын уйнап, бейеп ҡайттыҡ. Тик үҙҙәрен ҡара-ҡаршы саҡыра алманыҡ, әлеге лә баяғы юҡлыҡ касафаты. Ҡоштүбәнекеләр әллә үпкәләп, әллә шаяртып, беҙгә таҡмаҡ сығарҙылар. Миңә ҡағылышлы таҡмаҡ ошолай ине:

Һалма һалдым ҡаҙанға,

Төштө-китте төбөнә.

Ғәффә еңгәйҙең күлмәген

Кейеп килде Мөбинә!

1945 йылдың 9 майы килеп етте. Беҙ конный дворҙа эшләп йөрөй инек. Радио аша ҡысҡырып еңеү тураһында хәбәр иттеләр. Көллө халыҡ бер булып ҡыуанды, кем көлә, кем илай. Тормош артабан дауам итте. Ауылға яугир һалдаттар ҡайта башланы. Мин һаман да фермала һыйыр һауып йөрөйөм. Үҙемдән ун ике йәшкә оло Ғәбит Әмирханов тигән кешегә димләнеләр. Уларҙы кулак тип өй эсе менән Черемхово тигән ергә ебәргән булғандар. Шулайтып ул ситтә йөрөп ҡайтҡан егет ине. Ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы, Темәстә ПНИ-ла эшләнем. Һуңғараҡ, өй һалырға ағас кәрәк булғас, леспромхозға күстем. Миңә бүленгән ағастан Әмир ҡустым үҙ ғаиләһенә йорт төҙөнө, ә улар йәшәгән өйгә беҙ күсеп сыҡтыҡ. Ҡыҙҙарымдың атаһы менән юлдар айырылһа ла, ике балам да белем алып, үҙ ваҡытында ғаилә ҡорҙо. Бер-бер артлы ейән-ейәнсәрҙәрем донъяға килде, хәлемсә уларҙы ла ҡараштым. Ғәзиз балаңды, бауыр итеңде юғалтыуҙың мәңге уңалмаҫ яра икәнен үҙ йөрәгем аша татырға тура килде. Иртә вафат булған кейәүем артынса уҡытыусы Мөнирә ҡыҙым өс балаһын ҡалдырып, 57 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Кесе малайы Фәнил башлы-күҙле булырға ла өлгөрмәй ҡалды. Ярай әле, ваҡытында тәүәкәлләп, йөрөгән ҡыҙы менән йәрәштереп ҡуйҙыҡ. Хәҙер ана үҙе улы менән ҡыҙына атай булып, Луиза килен менән татыу донъя көтә. Һау-сәләмәт, бәхетле, мөхәббәтле булһындар балаларымдың барыһы ла, барыһы ла...

- Әсәй, әйҙә кил, сәйләп алайыҡ. Иртәнге сәйгә йомшаҡ ҡына ҡоймаҡ ҡойҙом!

Хәтирәләргә бирелеп, ҡыҙының өҫтәлгә тәмлекәстәр теҙеп сәй әҙерләүен һиҙмәй ҙә ҡалған түгелме? Венера һәр ваҡыт шулай яғымлы, үҙ итеп өндәшә бит ул, рәхмәт яуғыры! Теле татлы, сырайы асыҡ, күңеле киң уның. Оло рәхмәттәрем яуһын һиңә, балаҡайым, ҡартайған көнөңдә үҙ балаларыңдың изгелектәрен күреп, ҡыуанып ултырырға яҙһын...

Авторҙан:

Тыл ветераны Мөбинә Сибәғәт ҡыҙыЯхина әлеге көндә кинйәһе Венера менән бергә йәшәй. Венера Ғәбит ҡыҙы - оҙаҡ йылдар район санэпидемстанцияһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Бына шулай ике яҙмыш берегеп, бер-береһенә терәк булып, әсә менән ҡыҙ матур, татыу донъя көтә. Тормоштан йәм-тәм таба белеүҙәре менән бәхетле улар икеһе лә. Быйыл мартта Мөбинә инәйгә 94 йәш тулды. Ошондай олуғ йәштә лә ул теремек, йор һүҙле, көслө рухлы, үҙенең йәшәү дәрте менән күптәрҙе һоҡландырған матур ағинәй. Йыл һайын 9 Май етһә, хөкүмәттең “Тылдағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалын, Еңеүҙең юбилей даталары айҡанлы биргән миҙалдарын ҡулына алып, үҙенең уҙған тормошон барлай. Тыуған ауылы Темәсте, тәүге хеҙмәт тире тамған ерҙәрҙе иҫкә ала. Бигерәк тә бөгөнгө мул, рәхәт тормошто күрмәй гүр эйәһе булған тиҫтерҙәрен, ауылдаштарын һағына. Ауырлыҡтарҙы күп татыған әсәһен, ғәйепһеҙ көйө ғәйепләнеп, күп йылдар үткәс кенә исеме аҡланған атаһын, туғандарын, күршеләрен иҫкә алып, улар рухына доғалар уҡый. Әҙәм көсө етмәҫтәй ауырлыҡтарҙы үткәреп, хәҙер күңел тыныслығында йәшәүенә шөкөр итә, оҙон ғүмер биргәне өсөн Аллаһы тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтле ул.

Ҡыҙы менән донъя хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп бөткәс, Мөбинә инәй ҡулына Ҡөрьән китабын ала, балаларына - тәүфиҡ, донъяға именлек юрап аят-доғалар уҡый. Әсәһе ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән, ул үҙе лә махсус курсҡа йөрөп ғәрәп яҙмаһын өйрәнгән, сүрәләр ятлаған. Килгән-киткән кешегә, аят мәжлестәрендә изге Ҡөрьән ғилемен тарата алыуына ҡыуана аҡ күңелле инәй. Йорт-ер тыныс булһын, йәш егеттәрҙең йәнен ҡыйған һуғыш тиҙерәк баҫылһын, кешеләр бер-береһенә миһырбанлы-шәфҡәтле булһын, имандан айырылмаһын, тигән теләктә Мөбинә инәй.

Эйе, көн дә иртән Ирәндек һыртынан йылмайып ҡояш ҡалҡһын, ергә тыныслыҡ инселәһен, йылы нурҙары аша йәшәүгә көс өләшһен. Тормош һынауҙарын сабыр аҡыл, һынмаҫ ихтыяр көсө менән еңеп өйрәнгән оптимист рухлы Мөбинә инәйгә 100 йәшкә барып етергә насип булһын.

Лилиә ҒӘНИЕВА.

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: