Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2022, 16:26

Иленең һәм халҡының арҙаҡлы улы

Билдәле партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, бар ғүмерен иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған абруйлы шәхес Әхмәткәрим Ғәлиастан улы Йәғәфәров 1918 йылдың 22 декабрендә Муллаҡай ауылында тыуған. Атаһы Ғәлиастан ҡарт ун йыл әрме хеҙмәтендә була, 1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша.

Иленең һәм халҡының арҙаҡлы улы
Иленең һәм халҡының арҙаҡлы улы

Билдәле партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, бар ғүмерен иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған абруйлы шәхес Әхмәткәрим Ғәлиастан улы Йәғәфәров 1918 йылдың 22 декабрендә Муллаҡай ауылында тыуған. Атаһы Ғәлиастан ҡарт ун йыл әрме хеҙмәтендә була, 1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. Үҙе тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫкәнгә күрә, ул улын да бәләкйҙән эшкә егә. Колхозлашыу осоронда (хужалыҡ тәүҙә “Ҡыҙыл Октябрь” тип йөрөтөлә) Әхмәткәрим ат башында йөрөй, колхозда тиҫтерҙәре кеүек төрлө эштәрҙе башҡара. Шул ваҡытта уҡ 12 йәшлек малай башҡаларға ҡарағанда мыҡты кәүҙәле, ғорур ҡарашлы булыуы менән айырылып тора.
Егеткә хәрби хеҙмәтте үтәү ваҡыты ла килеп етә. 1938 йылда Әхмәткәрим армияға алына: ул НКВД-ның Алыҫ Көнсығыштағы сик һаҡлау ғәскәрҙәренә, кавалерия часына эләгә. Йәш һалдат тәү көндәрҙән үк үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә: ат сабыштарында, йүгереү буйынса ярыштарҙа һәр саҡ беренселәрҙән була.
1939 йылда Новосибирск ҡалаһында Украина полководецы Александр Пархоменко тураһында фильм төшөрөлә. Унда ҡатнашыу өсөн Әхмәткәрим Ғәлиастан улы хеҙмәт иткән 1-се эскадрондың 2-се взвод кавалеристары һайлап алына. Улар һынауҙы уңышлы үтәләр, Махно ғәскәре составында фильмға төшәләр. Ошо уҡ йылда Ә.Ғ. Йәғәфәров шоферҙар курсын тамамлай.
1941 йылдың июнь урталарында Әхмәткәрим тыуған яҡтарына ҡайтырға әҙерләнә. Ләкин немец-фашист илбаҫарҙарының илебеҙгә көтмәгәндә һөжүм итеүе уның хыялдарын селпәрәмә килтерә. Улар хеҙмәт иткән полк, айырым приказ менән, НКВД-ның 9-сы кавалерия-ремонт полкы итеп үҙгәртелә һәм хөкүмәт ҡарамағына алынып, Куйбышев ҡалаһына ебәрелә. Ә бында бөтә фронт менән етәкселек итеүсе Башкомандование штабы урынлаша, уларҙы 9-сы полк оҙатып йөрөй. Артабан Сталиндың приказы буйынса улар Немец Поволжьеһына оҙатыла.
1941 йыл, көҙ айҙары. Немец Мәскәүгә яҡынлаша. Баш ҡаланы обороналау башлана. 9-сы кавалерия-ремонт полкына Ҡыҙыл майҙанды һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Бер нисә көндән инде полк Тула ҡалаһына оҙатыла, бында дошманға ҡаршы хәтәр алыштар була. Әхмәткәрим Ғәлиастан улына ГАЗ-52 А автомашинаһы бирелә. Туланы обороналаған осорҙа уға ут ямғыры аҫтында боеприпастар, аҙыҡ-түлек ташырға тура килә. Техниканы биш бармағы кеүек белгән яугирға М-1 еңел машинаһы ышанып тапшырыла.
Ә. Йәғәфәровҡа НКВД-ның 9-сы кавалерия полкы, 32-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинград, Сталинград өсөн ҡаты һуғыштарҙа, 2-се Украина һәм башҡа күп фронттарҙа ҡатнашырға, фашистар менән йөҙгә-йөҙ алышырға тура килә. 1943 йылда дошман пуляһы уның һул аяғын яралай. Дауалагып сыҡҡас, хәрби юлын дауам итә. Коммунистар партияһы сафына инә. Бөйөк Еңеүҙе Франкфурт ҡалаһында ҡаршылай, Берлинда ла, Потсдам ҡалаларында була. Рейхстагҡа менеп, “г.Уфа. Ягафаров К.Г.” тип яҙып та төшә...
Тыуған яҡтарына 1946 йылдың йәйендә генә ҡайтып төшә ҡаһарман яугир. Район етәкселеге Әхмәткәрим Йәғәфәровҡа Ворошилов исемендәге колхозды етәкләргә, Юлыҡҡа ауыл Советы рәйесе итеп эшкә барырға тәҡдим итә. Әммә ул тыуған төйәгендә төпләнә. Бар хеҙмәт юлын туған хужалығын үҫтереүгә арнай. “Ҡыҙыл Октябрь”, һуңынан Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда водитель, бригадир, механик, инженер-механик булып эшләй. Хаҡлы ялға сығырға бер нисә йыл ҡалғас үҙенең теләге буйынса бензовоз машинаһында Сибай нефть базаһынан колхозға яғыулыҡ-майлау материалдары ташыны. Әхмәткәрим Ғәлиастан улы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡарҙы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй һәм дан ҡаҙанды.
Ә.Ғ. Йәғәфәров тыуған ил алдындағы ҡаһарманлығы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, тиҫтәнән ашыу хәрби наградаларға, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһенә, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Ҡатыны Фәтхиә Мөхәмәтшиф ҡыҙы менән 6 бала – 2 ҡыҙ һәм 4 ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
Әхмәткәрим Ғәлиастан улы барлыҡ ғүмерен халҡына тоғро

хеҙмәт итеүгә арнаны, тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалды, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам итте.
Тура һүҙле, асыҡ күңелле, көр тауышлы уҙаман һәм аҡһаҡал булды, түрәләр алдында ялағайланманы, баш эймәне. Ун йылдан ашыу ауыл Советындағы ветерандар ойошмаһын уңышлы етәкләне, уларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән даими осрашты, үҙенең фәһемле уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Ә.Ғ. Йәғәфәровты Түбәнге Иҙрис кенә түгел, ә Ҡолсора ауыл Советына ҡараған барлыҡ ауылдар халҡы хөрмәт итте, ул ҙур абруй менән файҙаланды. Әхмәткәрим Ғәлиастан улы кеүек арҙаҡлы уҙамандарҙың фиҙаҡәр хеҙмәт һәм тормош юлы һәр кемебеҙгә үрнәк булып тора, улар мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: