Аттар, эттәр һәм ... кешеләр
Үткән аҙнала донъя күргән Эташамаҫ ҡушаматлы аҡыллы аттың яҙмышы бар уҡыусыларыбыҙҙың күңелдәренә үтеп ингәйне. Бөгөн беҙ һеҙгә Эташамаҫтың ҡыҙы Маруськаның тормошо, шул ваҡытта йәшәгән халыҡтың көнитемеше тураһында бәйән итәбеҙ.
Ике мәртәбә үлеп терелде
Беҙҙең атай Рамаҙан Шәһивәле улы Билалов - 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, Еңеү көнөн Прага ҡалаһында ҡаршылап, 1945 йылдың 20 деабрендә ҡайтып инде. Унан алда уға ике мәртәбә “ҡара ҡағыҙ” килгәйне. 1943 йылда атайыбыҙҙың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр итһәләр, 1945 йылда, Еңеү көнөндә, батырҙарса һәләк булғанын белдек.
Беҙҙең атай 6 айында әсәһенән, 4 йәшендә атаһынан ҡалып, ағай менән еңгәй ҡарамағында үҫә. Әллә шуға инде бик эшлекле, кеселекле, аңлы кеше ине. Һуғыштан ҡайтҡас ең һыҙғанып бөлгөнлөккә төшкән “Октябрь” колхозын күтәреү өсөн эшкә тотона. Ул төрлө эштәрҙә эшләй: фермала – ремонт, урманда бүрәнә ҡырҡтылар. Шанский, Ишей һәм Башҡарағай тигән ҡасабаларҙа йөрөнө. Йәй айҙарында бригадала 2-се звенола кәбән һалыусы булып эшләне. 1-се звенола Муллағәләм апа Ҡолмөхәмәтов эшләй ине. Уларҙы бригадир Рысйән Ҡолмөхәмәтов етәкләне. Октябрҙә атайыма Ҡолат ҡушаматлы атты бирҙеләр. Уның менән атайым бесән ташыу, бүрәнә тарттырыу кеүек эштә йөрөнө. Бригадир Рысйән ҡоҙа колхоз рәйесенең рөхсәтен алып атайыма өйөрҙән аһау бейә өйрәтеп алһын тигән. Тик өйрәткәндәй ҡонандар (ҡонан ул 15 – 2 йәштәге ат) юҡ, тигәндәр. Зәйнетдин апаның йылҡыны фермаға ҡыуып ҡайтҡанын ҡарап тороп, атайым Тимерйән ағайымды, күрше ат йәнле Афзал ағай Ҡаһармановты (уны аттан тыуған тейҙәр ине) алып, ферманан аһау бейә алып ҡайтырға киттеләр.
Маруська
Һайлап йөрөп ҡара-ҡола, сысҡан һыртлы, бик уҫал бейәне Ҡолатҡа бәйләп алып ҡайттылар. Йор һүҙле, шаян Афзал ағай бейәне Маруська тип атап та ҡуйҙы. Ул көндө егелгән Ҡолат менән Маруськаны Түбәнге Иҙрис ауылына барып урап, тирләтеп алып ҡайтып, бейәне септә менән ябып, ҡоймаға бәйләп ҡуйҙылар. Иртәгеһенә йыйылышып Маруськаға мисәт ҡамытын кейҙермәксе булдылар. Ләкин ат уларҙы яҡын да юлатманы. Алдан барһалар – сапсый, артынан килһәләр тибә ине. Тағы көс-хәл менән уны Ҡолаттың яндауына тағып, Ҡолсора яғына сығып киттеләр. Тәбей йылғаһы яғына барып урап ҡайтҡас, күмәкләп Маруськаға ҡамыт кейҙерҙеләр. Тимерйән ағайым атайыма: “Ҡуй, ағай, был бейәне кире алып барып икенсеһен алайыҡ. Беребеҙҙе зәғифләр бит”,-тип әйткәс, Афзал ағай: “Юҡ-юҡ, үҙем өйрәтермен, ҡурҡаһығыҙ”,-тиеп ҡаршы сыҡты.
Ҡолатҡа мисәүгә Маруськаны ектеләр ҙә, Ҡолсора – Иҙрис яҡтарынан аҡ күпереккә батырып-тирләтеп, икәүһен бергә ҡоймаға бәйләп, ҡамыттарын алмайынса өҫтәренә септә ябып ҡуйҙылар. Иртәгәһенә шул уҡ хәл ҡабатланды. Маруськаны тағы мисәүгә генә егеп, Ишей юлынан бик күп ерҙе үтеп, тирләтеп ҡайтып инделәр. Бер аҙна үткәс Маруськаны айырым санаға ектеләр. Уның күрһәткән концертын һөйләп килештерерлек түгел: тәртәләр селпәрәмә килде, сананың башын тибеп, онтап бөттө. Икенсе санаға егеп, Ҡолатты алдан төшөргәс кенә Маруська ыңғайлап китте. Афзал ағай, Тимерйән ағай уны көн дә өйрәтте. Маруська бар ыҙаны Ҡолат менән кисергәнгәме – шул тиклем дуҫлашып киттеләр. Бер-береһенән әҙгә генә айырып булмай торғайны уларҙы. Маруська ҡолон һымаҡ һәр саҡ Ҡолатҡа эйәреп йөрөнө.
Аҡҡуян
Шул уҡ ҡыш атайым бригада менән Кейәүеште ауылының аръяғынан бүрәнә, бесән ташыны. Шул осорҙа Кейәүештелә йәшәгән яҡташыбыҙ, күренекле күрәҙәсе, мулла Мөхәмәтйән- Әнүәр хәҙрәт атайыма 5 айлыҡ Аҡҡуян исемле ап-аҡ көсөктө бүләк итте. Атайымдың һөйләүе буйынса “Әнүәр апаң Бейеш бурҙың шиғыр шәлкемен дә әйтеп бирҙе”.
Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,
Тышын ниҙән тышлатайым?
Йәйгелеген бында, ай, йәйләйем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?
Артабан хәҙрәт: “Марат улыма әйт, аҡ ҡуяндан тун тектермәһен, матур итеп оя эшләһен”,-тигән. Әнүәр апаның ошо әйткән шиғыр юлдары ҙур әһәмиәткә эйәлер. Минең күҙаллауымса Әнүәр апа үҙенең дә Муллаҡай ауылына ҡарата булған һағышын еткергән. Сөнки тыуған ауылын яратҡан шәхес, совет власы эҙәрлекләүенән ҡасып, сит ерҙәрҙә йәшәргә мәжбүр була. Үҙ төбәгенә ҡайтып ҡышлау, атай нигеҙен һыуытмау теләге көслө була унда. Әнүәр апаға тик 1955 йылда ғына, ауыл советы, колхоз идаралығының рөхсәте буйынса, Муллаҡайға ата йортона ҡайтырға насип була.
Аҡҡуян бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бик матур, аҡыллы, аңлаусан ине. Ул аттар менән бик дуҫлашып китте. Маруська ашап торғанда, барып уның ҡойроғон тешләп ҡаса торғайны. Бейә шаян көсөктө урам буйлап баҫтырып алып китә, ә Аҡҡуян арба аҫтына йә ояһына инеп йәшенә. Мин йәки атайым йылҡы һарайына барғанда Аҡҡуян беҙгә эйәреп йөрөнө. Ул аттарҙы теҙгененән тешләп һыу эсергә алып китә һәм алып ҡайта ине. Маруськаға йүгән кейҙерергә лә кәрәкмәне – ул ҡолон шикелле эйәрҙе лә йөрөнө. Ышанаһығыҙмы – юҡмы, мин һуңға табан атҡа үҙем бармай ҙа инем. Йүгәнде Аҡҡуянға бирәм дә, артынан күҙәтә генә торғайным. Аҡҡуян йылҡы һарайының ҡапҡаһына бара ла, тауыш бирә. Унда будка эсендә ултырған Әхмәтзата апа сығып, йүгәнде алып Ҡолатты сығара, ә Маруська унан ҡалмай торғайны. Аҡҡуян теҙгенде тешләп Ҡолатты тәүҙә Һаҡмарға мәкегә һыу эсергә, һуңынан өйгә алып ҡайта ине. Ҡайһы осраҡта атайым Ҡолат менән күрше ауылға йәки Түбә баҙарына барғанда, йылҡы һарайында тороп ҡалған Маруська үҙенә урын тапмай ине. Туҡтауһыҙ кешәнәп, Ҡолатты эҙләй, саҡыра ине.
Мәғнит бәләһе
Элек бөтә булған машиналар, тракторҙар ҡайһыһы кәрәсин, ҡайһыһы шуриктә эшләне. 1944 йылда мин дә әсәйем, өлкән апайым Бибинур менән шурик бысыуға йөрөнөк. Бысып, ярып, килтереп, үлсәп уны тапшыра торғайныҡ. Кәрәсинде ҡыш көндәре Мәғниттән, ә йәй көнө Бикештән ташыйҙар ине. Бына шул эштә атайым 2 ат менән, Ҡолат менән Маруськаны егеп Мәғниттән кәрәсин ташыны. Атайым аҙнаһына ике рейс яһай торғайны. Икешәр тимер мискәләргә 200 литр яғыулыҡ һыя ине. Йәйгеһен Сабирйән Усаманов 2 мискә менән кәрәсинде Бикештән ташыны. Был эшкә Муллағәләм Ҡужәхмәтовты йәлеп итә торғайнылар. Маруська донъя мәшәҡәттәренә күнеп, тамам өйрәнде. Оло аттар ыңғайына аңлы булып, оҫта эйәреп йөрөнө. Атайым уны маҡтай ине. 1947 йылдың декабрҙең аҙағында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Атайым әбейҙәрҙән йыйған аҡсаға, цейлон сәйе алам тип, Мәғнит баҙарына бара. Беҙҙә ундай сәй булмай торғайны. Шул саҡта Мәғнит жуликтары атайымды будка артына һөйрәп индереп, бысаҡ менән янап, сисендереп, булған ғына бар аҡсаны талап алып китәләр. Унда кәрәсингә тигән колхоз аҡсаһы ла була. Атайымдың ҡулында “Молния” тигән көмөш сылбырлы кеҫә сәғәте (ул сәғәтте әле лә һаҡлайым) һәм салбар эсенә тегелгән әбейҙәрҙең аҡсаһы ғына ҡала. Атай Мәғниттән ҡайтҡас һуғымға тип ниәтләгән 1,5 йәштәге үгеҙҙе һуйып, баҙарҙа һатып колхоздың аҡсаһын ҡайтарып бирҙе.
Шул уҡ айҙа, икенсегә барғанда, атай яҡшы танышы Иван Зайцев ҡартҡа төшөп йоҡлап, иртәгәһенә кәрәсин тейәп ҡайтыр булған. Был көндө Иван ҡарттың өйөнә килеп етеп, аттарын туғарып, бесән биреп, Ҡолатты санаға бәйләп, Маруськаны иркен ҡалдырып, йоҡларға ятҡан. Унан һуң урыҫтың балалары кинонан ҡайтҡан. Атай уларҙан һуң сығып ҡапҡаны ла ҡарап тормаған, ойоп киткән. Иртәнсәк сыҡһа – Ҡолат тора, ә Маруська юҡ ти. Ни хәл итһен, бер мискә кәрәсинде тейәгән дә ҡайтырға сыҡҡан. Юлда Ахай. Хәлил. Күсей ауылдарында яңғыҙ ат күренмәгәнме икәнлеген һорашҡан. Бер кем күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Шул көндө иртәнсәк беҙҙең өйгә Әхмәзата апа Аҙнағолов килде лә һораша башланы: “Рамаҙан бөгөн ҡайтырға тейеш инеме? Нишләптер Маруськаһы лыс һыу булып, тиргә батып, йылҡы һарайы ҡапҡаһы алдында таңғы алтыла тора ине”.
Беҙ биш бала һәм әсәйебеҙ ҡурҡыуға төштөк. Ике аҙна элек жуликтар талағайны, быныһында үлтереп бер атын алып киткәндәр, ә Маруська ҡасҡан икән, тип уйлап илаша башланыҡ. Кискә атайыбыҙ имен-һау ҡайтып инде. Кәйефе бөтөнләй юҡ ине. Шуға күрә беребеҙ ҙә уға һүҙ ҡушманыҡ. Сәй эсергә ултырғас атайым: “Ҡазаға осраным бит әле. Маруська юғалды. Сығып китһә, йә бүреләр ашағандыр, әллә берәйһе һуйып алдымы икән”,-тине. Әсәйем йылмайып: “Юҡҡа ҡайғырма. Маруськаң таңға уҡ ҡайтып еткән”.-тигәс, атайымдың күҙенән йәштәре атылып сыҡты.
Ошо булған ваҡиғаны Маруськаның геройлығы тип атар инем. Сөнки ул ваҡытта бүреләр өйөрө мнән йөрөй торғайны. 1943-1944 йылдарҙа ауылда бер эт ҡалманы. Уларҙы бүреләр ашап бөттө. Ҡайһы бер кешеләрҙең һарайына төшөп, һыйыр, һарыҡ-кәзәһен юҡ иттеләр. Мәғнит Муллаҡайҙан 100 саҡрым алыҫлыҡта. Маруськаның алты сәғәт ярымлыҡ юлды, эт-ҡошҡа эләкмәйенсә ҡайтып етеүе, батырлыҡҡа тиң һәм башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Ҡасҡалаҡ
Шул йылдың аперелендә Байрамғол ауылынан Ерән ҡашҡа айғыр алып килделәр. Шул айғыр менән Маруськаны тороҡторҙолар. Шул йәйҙә атайым Марат Маннаповты алып бергәләшеп Мәғниткә киттек. Беҙ өйөлгән танктар, пушкаларҙы, эш эшләп йөрөгән немецтарҙы күрҙек. Ҡайтҡанда Ҡолат ташҡа баҫып алғы аяғын аҫҡатты. Врачтар ҡыҙыл балсыҡҡа баҫтырып ҡуйығыҙ, тине. Тик сәбәбе икенселә булып сыҡты. Ҡолаттың аяғына ингән осло ташты алып, яҡшы итеп таҙаланылар. Унан Ҡотлоғужа апа атты дағаланы. Ҡолат ауырыған саҡта Маруська төрлө эштә эшләне: һарыҡ фермаһынан тиреҫ сығарҙылар, ремонтҡа кәрәк баһыуҙарҙы Тәбей яғынан ташынылар.
Яҙ көнө пар ерҙәрен тырматыуҙа, бесән эшләү осоронда Тимерйән ағайым ат косилкаһын егеп йөрөнө. Шул йылда Маруська быуаҙ булғас Кир айғырҙың өйөрөнә алып барып ҡуштылар. Маруська унан өс тапҡыр ҡасып ҡайтып килде! Ҡолат менән Аҡҡуянға ашыға ине ул, шул дуҫтарын һағынды. Һуңғы мәртәбә Эташамаҫтың (атаһының) өйөрөнә ҡушҡас ҡына ҡаса алманы. Эташамаҫ Кир айғыр түгел, унда тәртип ҡаты булды, рөхсәт итмәгәндер күрәһең.
1948-1949 йылдарҙа Ирәндек буйында Ҡараташ аҫтында ятҡан ҡымыҙ эшләгән ергә бара торғайныҡ. Шунда “Маруська” тип ҡысҡырһаң, һәр ваҡыт кешәнәп яуап биреп, эргәгә ҡолонсағы менән килеп, иркәләп, һыйпатып, һөйҙөрөп китә ине. Һуңынан Маруськаны Кир айғырҙың өйөрөнә ҡушҡандар. Маруська үҙенә оҡшаған бик күп ҡолонсаҡтар килтергән. Ул бейә Хәбибнәжәр ағайҙың айырым учетында торған. Маруськаның шул хәтлем аңлылығы, батырлығына ауыл халҡы хайран ҡала торғайны. Бөтөн йәшәгән ғүмерем осоронда ошо ваҡиғаларҙы, Эташамаҫ менән Маруськаны иҫемдән сығарманым.
Һуңғы һүҙ урынына
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ысын башҡорт тоҡомо аттары ике хужалыҡта булды. Беренсеһе Ярат ауылында, икенсеһе Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозында. Хәҙерге көндә, дөрөҫөн әйткәндә, бер хужалыҡта ла тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнмәйҙәр. Ә бит был ҡурҡыныс хәл, сөнки башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалып, уны аманат итеп киләһе быуынға тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Марат Билалов. ветеринар һәм мәғариф хеҙмәттәренең Почетлы ветераны.
Ҡуянтау ауылы.