Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
22 Февраль 2022, 14:45

Беҙҙең һалдаттар - фашист көндәлегендә

Ниһайәт, беҙ элеваторҙы баҫып алдыҡ Беҙҙең батальондан 100 кеше генә тороп ҡалды. Элеваторҙы 18 генә совет һалдаты һаҡлаған булып сыҡты...

Беҙҙең һалдаттар - фашист көндәлегендә
Беҙҙең һалдаттар - фашист көндәлегендә

Интернет аша Сталинград янында һуғышҡан немец һалдатының көндәлегенә барып юлыҡтым. Ул әсирлеккә эләгә һәм 1953 йылда һау-сәләмәт көйөнсә ғаиләһенә Германияға ҡайтып китә. Һуңынан Көнбайыш Германияла уның көндәлеген баҫып сығаралар. Ул былай тип яҙа:

1941 йыл 1 октябрь. Беҙҙең батальон Волга йылғаһына сыҡты. Дөрөҫөрәге, Волга буйына 500 метр ҡалды. Иртәгә беҙ теге яҡ ярға сығасаҡбыҙ һәм һуғыш тамамланасаҡ.

3 октябрь. Беҙгә ҡаршы бик көслө утлы һөжүм бара. Ошо 500 метрҙы бер нисек тә үтә алмайбыҙ. Ниндәйҙер икмәк элеваторының сигендә торабыҙ.

6 октябрь. Был элеватор ҡороп китһен! Уның янына барып етеп булмай. Беҙҙең юғалтыуҙар 30 проценттан артты!

10 октябрь. Был совет һалдаттары ҡайҙан килә?! Элеватор юҡ инде хәҙер, әммә беҙ уның янына бара башлаған һайын ер аҫтынан ата башлайҙар.

15 октябрь. Ниһайәт, беҙ элеваторҙы баҫып алдыҡ Беҙҙең батальондан 100 кеше тороп ҡалды. Элеваторҙы 18 генә совет һалдаты һаҡлаған булып сыҡты. Беҙ 18 мәйет таптыҡ”.

Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? 18 һалдат, ә уларға ҡаршы батальон һөжүм иткән. Шулай, беҙҙең ил етәкселәр менән түгел, ә ҡаһарман халҡы менән бай.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: