+3 °С
Болотло
Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре урындағы китапхана менән берлектә ер-һыу атамаларын өйрәнеү маҡсатында уҡыусылар менән тәбиғәткә сәйәхәт ойошторған. Тау-таш аша үҙенә юл ярып килеп сыҡҡан Аҡминде тураһында мәғлүмәт бирелгән. Йылғаның тирә-яғы тәртипкә килтерелгән.
Риүәйәттә шулай һөйләнелә:
Бер йыл ҡарҙың үтә күп яуыуы арҡаһында ауылды ташҡын күмә. Аҡһаҡалдар Хоҙай Тәғәләгә ялбарып, йылғаға мөрәжәғәт итеп: “Аҡма инде”, - тип үтенгән. Тора-бара ул “Аҡ инде” тип үҙгәртелгән. Халыҡ телендә йылға хәҙер Аҡминде тип йөрөтөлә.