-12 °С
Болотло
Ишмөхәмәттә ошо көндәрҙә Шайморатов, Дауыт, Һ.Дәүләтшина,С.Юлаев һәм Гагарин урамдарында барлығы 2,4 км оҙонлоғонда юлдар ремонтланған, ҡырсынташ түшәлгән.Был эштәрҙе Шамил Ирназаровтың шәхси предприятиеһы атҡарып сыҡҡан, Баймаҡ ДРСУ-һы ла ҙур ярҙам күрһәткән.
Ошо арала ауылдағы ике күпер ҙә
ремонтланасаҡ.
Янғаҙы ауылында Зәки Вәлиди урамы юлы ла ремонтланды - бында 250 метр араға ҡырсынташ түшәлде.
Байышта иһә Урғаҙа урамында - 600, Коммунистик урамында 100 метр араға таш йәйелде.Бер үк ваҡытта Урғаҙа урамына тулыһынса яҡтыртыу лампалары ҡуйылды.