Һаҡмар
+17 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль , 07:49

Етерлек мал аҙығы тупланасаҡ

Аграрийҙар кисергән ауырлыҡтар, әлбиттә,  Ленин исемендәге АХК-ны ла урап үтмәне. Әммә ауыл хужалығы кампаниялары ваҡытында тейешле технологияларҙы күҙәтеү, мәлендә ергә хужаларса мөнәсәбәт ҡоролоҡ йылында ла үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – бөгөн хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү кампанияһы йылдам бара, сенаж һалыу һәм бесән әҙерләү звенолары эшләй. 

Етерлек мал аҙығы тупланасаҡ

“Ҡайҙан мал аҙығы тупларға?”, “Ҡыш малды нисек сығарырға?”, “Аҙ булһа ла ашлыҡ йыйып алып булырмы?”, “Хөкүмәттән берәй ярҙам булмаҫ микән?” тигән һорауҙар бөгөн ауыл хужалығында иң актуаль булып тора. Туҡтауһыҙ ҡабатланған ҡоролоҡтан ныҡ миктәгән тармаҡты быйылғыһы айырыуса һеңгәҙәтә һуҡты. Болон-ҡырҙарҙа бесәндең бөтөнләй тиерлек булмауы, ауыл хужалығы сәсеүлектәренең ҡоролоҡтан ҙур зыян күреүе фермерҙарҙы, ауыл хужалығы предприятиеларын, шәхси секторҙы бик тә ауыр хәлгә ҡуйҙы. Ошондай хәтәр шарттарҙа ла юғалып ҡалманы ауыл хеҙмәтсәне: кемдер булғанын эш итергә тырыша, ҡайһы бер фермер хужалыҡтары республиканың төрлө төбәктәрендә, хатта Силәбе өлкәһендә килешеү буйынса мал аҙығы әҙерләй, бәғзеләр һатып ала. Ошо мәлде көтөп кенә йөрөгән “эшҡыуарҙар” мал аҙығына хаҡты икеләтә-өсләтә күтәреп ебәрҙе – уныһы айырыуса бәкәлгә һуға.

Аграрийҙар кисергән ауырлыҡтар, әлбиттә,  Ленин исемендәге АХК-ны ла урап үтмәне. Әммә ауыл хужалығы кампаниялары ваҡытында тейешле технологияларҙы күҙәтеү, мәлендә ергә хужаларса мөнәсәбәт ҡоролоҡ йылында ла үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – бөгөн хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү кампанияһы йылдам бара, сенаж һалыу һәм бесән әҙерләү звенолары эшләй. 

Бригадир Урал Гөлбәйетов етәкләгән звено тарафынан әле 750 тонна бесән тупланған. Был хеҙмәт фронтында механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин, Илдар Гөлбәйетов, Хәйҙәр Балхин, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Илшат Сирбаев һынатмай. Баш инженер Ғәле Сәғәҙәтовтың сенажсылар звеноһы ла үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара. Сабыуҙа ДОН-680 М мал аҙығы әҙерләү комбайнында Самат Сәйетов һәм МТЗ-82.1 тракторында Фәнил Ғәйетбаев,  йәшел массаны ташыуҙа Айрат Туйсин, Рауил Сәғәҙәтов, Ғәйзулла Сағынбаев, тапатыуҙа Наил Солтанов хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Уларҙың тырышлығы менән барлығы 2500 тонна һутлы аҙыҡ тупланған.Әйткәндәй, сенаж һалыу өсөн донник, судан үләне һәм бер йыллыҡ үлән майҙандары файҙаланыла. 

Шуныһы үҙенсәлекле, кооперативтың иген баҫыуҙарының торошо ла йылына күрә насарҙан түгел. Тимәк, етерлек фураж һалыу һәм  хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн ашлыҡ йыйып алыу мөмкинлеге бар.

-Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, малсылыҡ тармағын яңы миҙгелгә әҙерләү әүҙем дауам итә, -ти хужалыҡ рәйесе Ғәлим Сәлимов. - Малды имен ҡышлатыу өсөн быйыл да етерлек аҙыҡ базаһы тупларбыҙ, тигән ышаныстамын. Бөгөн барлыҡ көс бына ошо мөһим мәсьәләгә йүнәлтелгән.

Азамат Мөхәмәтшин.  

Автор:Эльмира Киеккужина