Таһир ауылы үҙенең шағирҙары, яҙыусылары, йырсылары, бейеүселәре менән данлы. "Ғилмияза" йырын ғына алайыҡ. Уның тарихын белмәгән кеше юҡтыр. Үҙемдең тыуған ауылымда үткән йыйынға саҡырыу алғас та йыйынға ҡыуанып барҙыҡ. Баймаҡ ҡалаһы, Билал, Һәмән, Өмөтбай, Күгиҙел, Темәс, Ишей, Һаҡмар, Тубә, Икенсе Этҡол, Байым, Ҡырҙас ауылдарынан килгән "Ағинәй" ҙәрҙе Таһир сигендә йыр-моң, боҫрап ултырған самауырҙар янындағы тәм - том менән ҡаршы алдылар. Артабан машиналар менән ауыл араһынан үтеп йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған "Атҡарағай" тауына юл алдыҡ. Байрам үтәсәк тау итәгендә йәнлелек, тирә - яҡ кешеләрҙең шат тауышына күмелгән. Тау итәгенә ауылдың ир-егеттәре тирмә лә ултыртҡан, сәхнә лә эшләгән.
Тирмә эсен ауыл китапханасыһы Йондоҙ Хәсәнова, клуб мөдире Гүзәл Фазлиәхмәтова етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар бөтә шарттына килтереп биҙәгән, оҫта ҡуллы ханымдарҙың ҡул эшенән күҙҙәр ҡамаша.
Йыйын башланды. Бына сәхнәгә ҡырҙа уйнап йөрөүсе береһенән-береһе матур ҡыҙҙар сыҡты. Улар бергә уйнап йөрөгән бер әхирәттәрен юғалтып, эҙләп-эҙләп тә тапмағас ауылға ҡайтып китте. Ул ҡыҙ бала кем тиһегеҙ? Әлбиттә, Ғилмияза. Ғилмиязаны ҡаҙаҡтар урлап алып китә. Шул китеүҙән ата - әсәһен ҡайғыға һалып Ғилмияза эҙһеҙ юғала. Тик, күпмелер йылдар үткәс кенә Таһир ауылы кешеһе ҡаҙаҡтар яғында йөрөгәндә Ғилмиязаны танып ҡалып, Исмәғил ҡарттан һөйөнсө һорай. Башҡорт теле уҡытыусыһы Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙының уҡыусылары Ғилмиязаның аяныслы яҙмышын тулыһынса күрһәтә алды. Йыйынды асып
Таһир ауылының "Ағинәй" ҙәр советы рәйесе Айһылыу Рыҫҡужа ҡыҙы Хәбибуллина осрашыуға килеүселәрҙе тәбрикләне. Ул йыйын үткәреүҙә ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарына, "Ағинәй" ҙәр советы ағзалары Ғәшүрә Рәүилова, Гөлнур Хәжиева, Рәсимә Хәжиева, Миңнур Әлибаеваларға, ауылдың ир - егеттәренә, ҡатын - ҡыҙҙар советына, ауылдың уңған килендәренә, уҡыусыларға, уҡытыусыларға, аҡсалата ярҙам итеүселәргә рәхмәтле. Алып барыусы Гөлфирә Сөйөшева сәхнәгә бер - бер артлы сығыш яһаусыларҙы саҡырҙы. "Ғилмияза" тарихының бер нисә варианты бар. "Ағинәй" ҙәр советы ағзалары Рәсимә Сәғит ҡыҙы Шәрипова туғаны Үлмәҫбикә инәй мәрхүмәнән яҙып алып ҡалған тарих менән таныштырһа, Рәмзиә Сәмиғулла ҡыҙы Яҫыбаева Күгиҙел ауылынан Һәҙиә инәй Байғужина мәрхүмәнән яҙып алып ҡалған вариантты бәйән итте. Улар тормош иптәше Ғәфүр ағай Яҫыбаев менән Ғилмияза үткән юлдан үтеп яңы мәғлүмәттәр ҙә йыйған.
Билал ауылынан Радмир Булатов йыйында ҡатнашыусыларға Ғилмиязаның атаһы үҙҙәренең олаталары Исмәғил булыуын рәсми сығанаҡтарҙан сығып раҫланы. Был турала "Ҡыпсаҡ" исемле китапта асыҡ итеп яҙылған. Һәр бер сығыш алҡыштарға күмелде. Тамашасыларға балалар баҡсаһында йөрөүсе Байтүрә һәм Байегет Биктимеровтар Осипова Розалия Батыр ҡыҙы етәкселегендәге йыры, сығышы менән Таһир ауылынан булып, әлеге ваҡытта төрлө ерҙә йәшәүсе Дилара һәм Фирүҙә Биктимероваларҙың бейеүҙәре, Вилдан Байраҡаевтың ҡурайҙа уйнауы оҡшаны. Баймаҡ ҡалаһының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Биктимерова Хөрмә, ҡала ағинәйҙәр президиумы ағзаһы Иҙелбаева Сәрүәр, куратор Ҡолһарина Зәйтүнә ҡатнашты. Йыйынға килеүселәргә мөрәжәғәт итеп улар былай тине: "Ағинәй һәр яҡтан өлгө булырға, үҙенең өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләргә тейеш. Беҙҙең уңған, тәрбиәле ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ донъя тотҡаһы, ил инәһе булып йәшәне һәм йәшәһен! Таһир ауылы "Ағинәй" ҙәре матур йыйын үткәрҙе. Тарих онотолорға тейеш түгел, ул быуындан быуынға күсеп барырға тейеш".
Йыйынға оло йәштәгеләр ҙә бик күп килгән. Темәс ауыл хакимиәте башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы йыйынға килеүселәрҙе байрам менән ҡотланы, бер юлы, һуғыш йылы балаларына таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Йыйында ҡатнашыусылар, Таһир ауылынан Әлифә һәм Искәнйәр Биктимеровтарҙың, Билал ауылынан Ғилмиязаның атаһы Исмәғил Ҡалмаҡовтың вариҫтары апайлы - ҡустылы Фәниә һәм Радмир Булатовтар әрүәхтәр рухына бағышлап салынған ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Табын шул тиклем мул булды. Барлыҡ тәм-томдо, таһирҙар, аҡсалата ярҙам иткән ауылдаштарының аҡсаһына алғандар икән. Таһир килендәре, ҡатын - ҡыҙҙар советы ағзалары менән берлектә аш - һыу әҙерләргә күп көс һалған. Баймаҡтың телевидение хеҙмәткәрҙәре таһирҙар үткәргән матур йыйынды башынан аҙағына тиклем төшөрҙө. Йыйын аҙағынан бөтәһе лә Ғилмияза уйнаған ерҙәрҙә булды, уның эҙенән үтте. Таһир ауылының иҫ киткес матур тәбиғәтен тау башынан күҙәтте. Фәһемле сара аҙағында йыйында ҡатнашыусылар Гөлсәсәк Әминеваның үҙ аҡсаһына эшләткән баннеры янында фото ла төштө. Рәхмәт һеҙгә, ауылым уңғандары! Беҙ, ситтә йәшәүселәр, һәр ваҡыт ауылдаштарыбыҙҙың уңғанлығына, берҙәмлегенә һоҡланабыҙ. Донъялар тыныс булһын, ил инәһе булырлыҡ ҡатын - ҡыҙҙар донъя йәме булып йәшәһен!
Райхана Булатова,
Билал ауылы,
китапханасы.