Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
31 Ғинуар 2020, 13:45

14 яҙмышта 14 урланған бала саҡ

Аҡтау ауылынан да бик күп ир-егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яу яландарында ятып ҡалғандар ҙа бихисап. Һуғыш йылы балалары ла аҙ ғазаптар кисермәгән. Ауыл клубында үткән сара ла тап шул һуғыш йылы балаларына арналды.

Һуғыш... Биш кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына яу ҡырына юл алған ир-уҙамандар, емерелгән ҡалалар, ауыр хеҙмәт фронтында ал-ял белмәй эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың бөтмәҫ күҙ йәштәре килеп баҫа.

Аҡтау ауылынан да бик күп ир-егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яу яландарында ятып ҡалғандар ҙа бихисап. Һуғыш йылы балалары ла аҙ ғазаптар кисермәгән. Ауыл клубында үткән сара ла тап шул һуғыш йылы балаларына арналды.

“Бала сағыбыҙҙы һуғыш урланы” тип аталған сараға әле Аҡтауҙа йәшәгән 14 һуғыш осоро балалары саҡырылды. 14 яҙмышта 14 урланған бала саҡ. Бар бәхетһеҙлектәрҙе урап сығып, өр-яңынан бәхетле булырға үҙҙәрендә көс тапҡандар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Был көн ауыл клубында шулай уҡ үлеп терелгән яугир-ветеран Ғәйзулла Мөхәммәт улы Әблүзин һәм “КПРФ” фирҡәһенең урындағы рәйесе Айһылыу Ишбирҙина ла килде. Килгән ҡунаҡтар һуғыш йылы балаларына миҙал тапшырҙы. Баймаҡ ағинәйҙәре ҡороноң почетлы ағзаһы, үҙе лә һуғыш йылы балаһы Фәүзиә Сөләймәнова Ғәлимә Әхмәтованың һуғыш осоро балаларына арнап яҙған шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Залда ултырғандарҙың араһында берәү күҙҙәрен һөртә-һөртә: “Бында бит беҙҙең турала”, -- тине.

Баймаҡтан Ғәйниямал Ишалина һуғыш балаларына мандолинала Р.Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырын уйнап, һамаҡланы. Сараны әҙерләп алып барыусы Сәрүәр Иҙелбаева Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған баласаҡ” китабына күҙәтеү яһаны. Китап геройҙары Фәүзиә Иҫәндәүләтова, Уйылдан Кәримов, Ғәшүрә Әхтәмоваларҙың һ.б. ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәтирәләре менән таныштырҙы.

Кисәлә “һуғыш балалары” Ниғәмәт Юнысбаев, Сәлимә Райманова, Фәүзиә Иҫәндәүләтова, Гәүһәр Ҡоҙашева, Әлим Кәлимов, Нәғимә Ғәбсәләмова, Сафия Йәнбәкова, Мәзүнә Йәндәүләтова, Зәбирә Раймановалар һ.б. күҙҙәренә йәш алып, үҙҙәренең бала сағын күҙ алдынан үткәрҙе. Уларҙы тик берҙәмлек, рух ныҡлығы йәшәтеүен, аталары һуғышта ятып ҡалғас, әсәләренең теше-тырнағы менән балаларын аслыҡтан, яланғаслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалған. Был турала һөйләгәндәрентыңлаған саҡта хатта күҙҙәргә йәштәр эркелде.

Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарының рухына ауыл мәсетендә аят бағышланды, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан мул сәй табыны әҙерләнде. С.Иҙелбаева ауылдаштарына ҡорбан ите ашатты.