Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
19 Март 2022, 22:50

Булһаң ине...

Ярай әле һин бар был донъяла,  Ауыр саҡта һиңә һыйынам...

Булһаң ине...
Булһаң ине...

БУЛҺАҢ ИНЕ...
Һағыштарым баштан ашҡан мәлдә
Күҙҙәремә йәштәр йыйылһа,
Сабырлығым һынып, үкһей-үкһей,
Күкрәгеңә барып һыйынам.

Бер аҙ ғына онотолоп торам,
Ҡайнар йәштәремә мансылып.
Әгәр наҙлап иркә һүҙҙәр әйтһәң,
Күңел күгем китә асылып.

Ярай әле һин бар был донъяла,
Ауыр саҡта һиңә һыйынам.
Барлыҡ йыуанысым, ҡыуанысым,
Булһаң ине ғүмер буйына!..

Гөллирә Исхаҡова. 

Булһаң ине...
Булһаң ине...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: