Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
6 Февраль 2022, 13:05

Битлек

Магазинға кереп, кәрзиненә һөт һалырға ғына торғанда, артында уҫал тауыш яңғыраны...

Магазинға кереп, кәрзиненә һөт һалырға ғына үрелгән Сабирйәндең артында ҡәтғи тауыш ишетелде.
-Гражданин, где ваша маска?
Был тауышҡа хатта эргәләге кәштәләргә яңы килгән тауарҙар теҙеп йөрөгән һатыусы ҡыҙ ҙа сайҡалып киткәндәй тойолдо Сабирйәнгә. Ул ҡурҡа биреп тә, ғәжәпләнеп тә артына боролдо. Унда ҡулына планшет тотҡан полиция сержанты тора ине.
-Мас-мас-мас, - Сабирйән үҙенә - үҙе аптыраны, эскән кеше шикелле теле көрмәләнде лә ҡуйҙы.
-Нимә мас-мас? Фамилияғыҙ нисек, гражданин? - Сержант планшетын йәтешләп тотоп, яҙырға әҙерләнде.
-Юҡ, мин ик-икмәккә тип кенә кергәйнем, начальник, - тип, Сабирйән формалағы егет эргәһенән китергә ынтылғайны ла, күктән төшкән кеүек, янында тып итеп йәнә ике хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре пәйҙә булды: береһе һомғол буйлы сибәр ҡыҙ, икенсеһе сәстәре саллана башлаған өлкән лейтенант.
-Гражданин, куда это вы? Назовите свою фамилию! - Өлкән лейтенант сержантҡа ҡарағанда ла асыулы екерҙе.
Сабирйән бөтөнләй ҡойолоп төштө. Бөттө баш, алып китәләр икән былай булғас. Күҙ алдынан бығаса тик-ток яҙмаларында ғына күргән картиналар йүгерешеп үтте: ана магазинға битлекһеҙ ингән бер ирҙе елтерәтеп машиналарына бикләйҙәр. Аяғында саҡ торған әбейҙе, автобусҡа битлекһеҙ ултырырға тырышҡан өсөн, ана, нимә эшләтеп ҡуйҙылар.
-Гражданин, ип-иптәш начальник, ик-ик, әй, әттәгенәһе, һөт алырға ғына сыҡҡайным мин. Битлегем, ана, машинала ята. Берәү түгел, икәү хатта.
Сабирйән йәнә сығырға ынтылды.
-Стоять! - Өлкән лейтенанттың асыуы йөҙөнә сыҡҡайны. - Алып китеүебеҙҙе теләйһеңме? Фамилияң нисек, әйт!
-Блә-блә... - Сабирйәндең теле бөтөнләй бәйһеҙләнде.
-Ә-ә, етмәһә һүгенәһеңме? Фамилияңды әйт, тиҙ бул!
-Һүгенмәйем, начальник, то есть гражданин, то есть иптәш. Фамилиям Блә... Блә... - Сабирйән тыңлауһыҙға әйләнгән ауыҙына усы менән шапылдатып һуғып алды. - Фамилиям Блә... Билалов минең. Билалов Сабирйән.
-Яҙ, сержант!
-Туҡта, яҙмай тороғоҙ, иптәш командир. Мин бажама ғына шылтыратып алайым инде.
-Ниндәй бажа тағы?
-Бажам һеҙҙә эшләй. Любой ситуацияға эләкһәң дә миңә шылтырат, ти ул.
Полицияла штаб начальнигы булып эшләгән бажаһы иҫенә төштө, ысынлап та, Сабирйәндең. Бик эре егет инде. Шулай ҙа, бәлки, ярҙам итер, тип уйланы ул.
-Кем бажаң? Фамилияһы нисек? - Өлкән лейтенанттың тауышы бер аҙ йомшарған кеүек булды.
-Блә... Блә... - Сабирйән телефонын ҡулына алып, таныш исемде эҙләй башланы.
-Опять материшься, да? - Сержант, оформляйте протокол.
-Не матерюсь я, командир. Бажаның фамилияһы Блә... Блә... - Сабирйән йәнә кипкән ирендәреңә һуғып алды.
Ваҡиғалар ағышын бығаса тыныс ҡына күҙәткән ҡыҙыҡай телгә килде.
-Ағай, тынысланығыҙ, - тип башҡортса өндәште ул. Һеҙ бит эскән килеш руль артында ултырмайһығыҙ. Әйбер урлап та тотолмағанһығыҙ. Бары тик битлегегеҙ генә юҡ. Бының өсөн яза ҙур түгел, беренсе тапҡырға иҫкәртеү генә буласаҡ.
-Ә-ә, бына таптым!
-Нимә таптығыҙ? - Ҡыҙ ғәжәпләнеп Сабирйәнгә ҡараны.
-Бажаның номерын таптым! Блә... Әй, әттәгенәһе, ауыҙыңды ҡорт саҡҡыры ла. Бүләкбаев уның фамилияһы. Сабирйәнгә йән ингәндәй булды. Ул маңлайына бәреп сыҡҡан тирен һөртөп, телефондың саҡырыу кнопкаһына баҫты.
-Иптәш полковник, хәйерле иртә! Нисек хәлдәрең? - тине ул руссалап, өлкән лейтенант аңлаһын өсөн.
-Нимә таң менән уятаһың? Минең бөгөн ял, - тине телефондың икенсе осондағы тауыш ризаһыҙ ғына.
-Ял икәнен беләм, иптәш полковник...
-Мин әлегә майор ғына, бажа. - Телефондың теге осондағы тауыш Сабирйәнде бүлдерҙе. - Йә, нимә булды, һөйлә?
-Иптәш полковник, ял көнөңдә саҡ ҡына ултырып алайыҡмы әллә тип, коньяк алырға магазинға ингәйнем, һинең ҡарсығалар эләктерҙеләр.
-Тәртип боҙғайныңмы ни?
-Юҡ та, битлек кеймәгәйнем.
-Бир әле телефоныңды старшийҙарына.
Өлкән лейтенант менән бажаһы араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр, әммә ҡаршыһында торған офицерҙың "так точно", "слушаюсь", "есть, товарищ майор" тигән һүҙҙәренән мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәген аңлағайны инде Сабирйән.
Һөт алып, анһат ҡотолоуына шатланып магазиндан сығып барғанда, Сабирйәндең кеҫә телефоны шылтыраны. Бажаһы икән.
-Ай, рәхмәт, бажа! Бәләнән ҡотҡарҙың бит, малай, - тигән булды Сабирйән, телефонын ҡолағына терәү менән.
-Рәхмәт бүлкелдәмәй бит әле, бажа. Һин коньяк алдым, ти инең шикелле. Кил әйҙә. Закуска әҙерләп, һине көтөп ултырам бына.
-Блә... - Сабирйәндең әле генә йылмайып килгән ирендәре йәнә тыңламаҫ булдылар.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Битлек
Битлек
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: