Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
18 Ғинуар , 16:45

Бирешмәйбеҙ беҙ!

Декабрь-ғинуарҙа ҡарағай ботаҡтарында С витамины күпләп йыйыла икән. Тимәк, уны ла ҡайнатып эсәбеҙ...

Бирешмәйбеҙ беҙ!
Бирешмәйбеҙ беҙ!

Тажлы үләт беҙҙең менән 2024 йылға тиклем буласаҡ”,-тип хәбәр итәләр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан( Аптырап ҡалып (сөнки беҙ көн һайын ошо ҡороғор нәмә тиҙҙән бөтә икән тип хыялланабыҙ) “нимә эшләргә икән һуң?” тип уйланам. Табиптар нимә кәңәш итә һуң? Шулай итеп, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Беренсе кәңәштәре үк йыға һуға яҙҙҙы. “Тере ҡалырға теләһәгеҙ – ауырыуҙы профилактикалау менән шөғөлләнегеҙ!”-ти аҡ халаттағы беҙ өмөт бағлаған табиптар. Уныһы нисек була икән? Артабан киттек:

-йышыраҡ саф һауала йөрөгөҙ! Айырыуса ылыҫлы урмандың һауаһы шәп икән.

- лимон менән имбирле сәй эсегеҙ. С витамины күп булған әлморондо ла ҡайнатып эсегеҙ.

Декабрь-ғинуарҙа ҡарағай ботаҡтарында С витамины күпләп йыйыла икән. Тимәк, уны ла ҡайнатып эсәбеҙ).

- балыҡ ашарға! Йәки балыҡ майы һатып алып эсергә лә кәрәк.

Шулай итеп мотлаҡ:

1.Витамин С

2.Витамин Е

3.Иртәнге ун менән төшкө ун ике араһында 15-20 минут ҡояш аҫтында ултырып алығыҙ (эштән ҡасып сығыуға бер сәбәп))).

4.Көнөнә бер йомортҡа ашарға

5.7-8 сәғәттән кәм йоҡламаҫҡа!

6.Көнөнә 1,5 литр һыу эсергә

7.Һәр ашаған ризыҡ эҫе булырға тейеш.

Табиптар кәңәшенән тағы бер нәмә белдем әле). Тажлы үләттең вирусын еңеү өсөн:

- йәшел лимон (честно ғына итеп әйтәм, әлегә йәшел лимон һатып алғаным юҡ ине. Бармы ул Баймаҡта?)

- һары лимон

- авокадо

- һарымһаҡ

-манго

-мандарин

-ананас

-апельсин да ашар кәрәк икән. Уларҙа булған файҙалы матдәләр вирустан көслөрәк тип баралар.

Иң оҡшаған һәм күңелгә ятҡан кәңәш беләһегеҙме ниндәй булды? Ул – лимонлы йылы һыуҙы эсеү вирусты үпкәгә барып етмәҫ элек (!) үлтерә икән. (Сәй урынына лимонлы һыу һөрпөлдәтеп тик ултырырғамы икән әллә?))

Уңайы менән файҙаланып, үҙемдән дә өҫтәп ебәрәйем әле: үҙегеҙ көтөп үҫтергән ҡаҙ-тауыҡ, ваҡ һәм эре малдың, ҡаҙы, ҡарта һалып бешерелгән бишбармаҡтың һурпаһын әйләндерә яҙғансы әсе ҡатыҡ-ҡорот менән болғап эсергә лә онотмағыҙ. Унан ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә һ.б. үләндәр һалып әҙерләнгән сәйҙе баллап-майлап эсегеҙ. Ас ҡарынға ҡорот иҙеп эсергә лә онотмағыҙ. Ауырымайыҡ, дуҫтар! Кәңәштәрегеҙ булһа – яҙығыҙ! Бер-беребеҙгә иғтибарлы булып, кәңәш-төңәш итеп, ошо ҡороғор вирусты именлектә-һаулыҡта үткәреп ебәрәйек, йәмегеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в