Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
10 Ғинуар 2022, 19:51

60 секунд

Тап ошо ваҡыт эсендә ул танауға ингән Covid-19 вирусын, гайморитты, ОРВИ-ны, туберкулёз таяҡсаһын, ауыҙҙағы вирустарҙы үлтерә. + статьяны сайтҡа инеп уҡыу өсөн 5 минут ваҡыт талап ителә. Киттекме? 

Тоҙ иҙмәһенең шифаһы тураһында күптән интернет тулған. Шулай уҡ бала саҡтан әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙе шулай дауаланы. 

Ә бит был иҙмәне әҙерләү өсөн ни бары тоҙ һәм һыу ғына кәрәк була. Күп тә кәрәкмәй! Шулай бит!?

Ҡайнаған 1 сткан һыуға 1 балғалаҡ диңгеҙ йә ябай аш тоҙон һалып болғатабыҙ. Баланы дауалау өсөн тоҙҙоң миҡдарын ике тапҡырға кәметәбеҙ. Шулай уҡ юғарыраҡ эффект булһын өсөн был һыуға 1 балғалаҡ сода йә 1 тамсы йода ҡушырға була. Әгәр инде диңгеҙ тоҙон ҡулланһағыҙ, ныҡлап болғатығыҙ. Кристалдарҙың барыһы ла иҙелеп бөтһөн. Дауалау өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр ҡулланыу зарур. Ә инде профилактика маҡсатында 2 аҙна дауамында танауҙы көнөнә 1-2 тапҡыр ғына сайҡатыу ҙа етә. 

Танауҙы дөрөҫ йыу

Күптәр былай итеп танау йыуыуҙы мәшәҡәт күрә. Борсолмағыҙ! Башта ҡыйын булһа ла, аҙаҡ өйрәнеп китәһегеҙ ул. 

  • Иң ябай ысул: пипеткаға иҙмәне алып, танауға тамыҙырға. Башта артҡа эйеп бер аҙ тороғоҙ. унан һеңгерегеҙ. Ошолай бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. 
  • Йәнә бер ысул: Тотонолмаған сәйнүкте алып, бер яҡҡа эйеп, танауығыҙға иҙмәне ҡойоғоҙ. Иҙмә икенсеһенән ағып сығыр. Ошолай уҡ икенсе танау менән ҡабатлағыҙ. 
  • Танауға йә усҡа иҙмәне алып, танауығыҙ менән һурығыҙ, тик йотмағыҙ. Унан һеңгереп сығарығыҙ. Ауыҙығыҙға эләккәнен төкөрөгөҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: