Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
30 Декабрь 2021, 19:09

Урғаҙала һыйыр малында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланды

Карантин шарттары буйынса ауырыу сыҡҡан урында түбәндәгеләр тыйыла:-малды күсереү;-сит кешеләрҙең шәхси хужалыҡтарға инеүе;-малды һуйыу һәм малсылыҡ продукцияһы һатыу;-дезинфекция үтмәйенсә автотранспорттың инеүе.

Йылайыр ауыл биләмәһенең Урғаҙа ауылында 2 шәхси хужалыҡта малдарҙың төйөрлө дерматит менән ауырыуы асыҡланды. Әле БР Ветеринария идаралығы тарафынан был сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрелә.Бөтә ветеринар саралар тейешле инструкцияға ярашлы ойошторола: ауырыу сыҡҡан урынға инеү сикләнгән, һау-сәләмәт малды профилактик вакцинациялау уҙғарыла, ауырыған малды асыҡлау өсөн даими мониторинг үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы тәүләп быйыл Беренсе Төркмән ауылында теркәлде.Ул ваҡытта был сир күп шәхси хужалыҡтарҙа таралды, ошо арҡала бөтөн мал юҡ ителде.Күрше ауылдарҙа вакцинация үткәрелде.
Урғаҙала иһә ауырыу киң таралмаған, шунлыҡтан унда һәм күрше ауылдарҙа малды вакцинациялау үткәрелә.
Карантин шарттары буйынса ауырыу сыҡҡан урында түбәндәгеләр тыйыла:
-малды күсереү;
-сит кешеләрҙең шәхси хужалыҡтарға инеүе;
-малды һуйыу һәм малсылыҡ продукцияһы һатыу;
-дезинфекция үтмәйенсә автотранспорттың инеүе.
Мал хужалары ауырыу тойолған осраҡта кисекмәҫтән ветеринарға хәбәр итергә, ауырыу малды айырып ҡуйырға, мал аҙығын һатып алғанда ветеринария хеҙмәте менән кәңәшләшергә, миҙгелле осорҙа мал көтөүҙе ойошторорға, барлыҡ малды иҫәпкә алырға кәрәк.
Бына ошо талаптарҙы мотлаҡ үтәү мөһим һәм был һеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан аралар ине.Шуны онотмайыҡ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: