Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
7 Декабрь 2021, 20:45

"Ете аҙым"

Бөгөн "Ете аҙым" республикала марафондың беренсе көнө үтте һәм ул "ИМАН" төшөнсәһе менән бәйле. Күгиҙел башланғыс мәктәбендә бөгөн уҡыусылар һәм ағинәйҙәр менән берлектә "АҠМУЛЛА - ҺӘР ЗАМАНДА ХАҠ МУЛЛА" исемле әҙәби дәрес үтте.

Бөгөн "Ете аҙым" республикала марафондың беренсе көнө үтте һәм ул "ИМАН" төшөнсәһе менән бәйле.

Иң ҙур байлыҡ - Иман! Иман ул Аллаһтан килгән бүләк.

 

Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

"Хоҙай,кисер!"- тигән менән эш бөтмәйҙәр

"Иман шарты"н өйрәнмәһә - Иван,тигән

 

Был шиғыр юлдары Мифтахетдин Аҡмулланың "Нәсихәттәр" исемле шиғырының баш һүҙе. Күгиҙел башланғыс мәктәбендә бөгөн уҡыусылар һәм ағинәйҙәр менән берлектә "АҠМУЛЛА - ҺӘР ЗАМАНДА ХАҠ МУЛЛА" исемле әҙәби дәрес үтте. Мәғрифәтсенең шиғырҙарын яттан һөйләү, китабын байҡау, тормош һәм ижад юлы менән танышыу, башҡорт теле тураһында йырҙар йырлау, Аҡмулла шиғырына ребустар сисеү менән үтте был осрашыу.

"Ете аҙым"
"Ете аҙым"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: